1-го, 2-го, 5-го, 8-го, 9-го, 12-го, 13-го, 14-го, 15-го, 19-го баш кирских полков, 2-го тептярского, 2-го мишарского, 3-го Орен бургского казачьих и Уфимского пехотного полков»1. Ошо мәғлүмәтте теркәүем булды — башҡорттарҙың батырлығы ха ҡында XX быуаттың һуңғы сирегендә ҡалмыҡ шағиры Давид Кугультинов әйткән һүҙҙәр ҡолағым төбөндә генә яңынан яңғы рағандай булды. Уны башҡорттарҙың Яйыҡ казактары менән Парижды бер итеп йөрөүҙәре хаҡында рус шағиры К. Н. Ба- тюшковтың: ...бульвар кипел в Париже так Народа праздными толпами, Когда по нем летал с нагайкою казак Иль северный Амур С колчаном и стрелами2... — тигәне алыштырғандай итте. Иш янына ҡуш булайым әле, тигән кеүек, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар күрһәткән ҡаһарманлыҡҡа ныҡ һоҡланып, Петр Кудряшев яҙған «Песнь башкирца после сражения» тигән әҫәренән түбәндәге юлдар, гүйә, телгә килде: Друзья! Гордитесь: целый мир Узнает, сколь могуч башкир!3 Алмаш-тилмәш йә ҡылысын, йә һөңгөһөн, йә уҡ-һаҙағын ҡулдарынан төшөрмәй, ат өҫтөндә Мәскәүҙән Парижғаса үҙҙәре яу юлын үткән, йә Байыҡ Айҙар шикелле тәрән тылда ҡалған сәсәндәребеҙ, йыраусыларыбыҙ, риүәйәтселәребеҙ генә түгел, Константин Батюшков, Петр Кудряшев, Василий Зефиров ише рус әҙиптәре лә, немец шағиры Иоганн Вольфганг Гете (дөрө ҫөрәге, Heme) һәм тарихи романдар оҫтаһы инглиз Вальтер Скотт кеүек донъя әҙәбиәте классиктары ла, Наполеон генералы Марбо, рус ғәскәрҙәренең Баш командующийы генерал-фельд- маршал Михаил Кутузов, данлыҡлы гусарҙар полкы командиры, француз баҫҡынсыларына ҡаршы партизан хәрәкәте ойошто роусы, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, яуҙан һуң яҙыусылыҡ менән шөғөлләнеүсе Денис Давыдов кеүек полководецтар ҙа, 1 Асфатуллин С. Заграничный поход башкирских полков в Отечест венной войне 1812 года//Ватандаш. — 2007. — №5. — С. 92.
2 Әсфәндиәров Ә. 3. Олатайҙарҙың бар тарихы. — 132-се б.
3 Башкирия в русской литературе: Т. 1. — С. 319.
109
2 Әсфәндиәров Ә. 3. Олатайҙарҙың бар тарихы. — 132-се б.
3 Башкирия в русской литературе: Т. 1. — С. 319.
109