Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 106.

Йыр тигәндән, 1959 йылғы ғилми экспедиция тәьҫирендә яҙылған яҙмаларында Кирәй Мәргән дә, хайран ҡалып: «Ғәжәп хәл! Әллә ҡайҙа, меңәрләгән километр алыҫлыҡта ятҡан ерҙә, «Сибиряк» совхозы бүлексәһенең клубында, Ағиҙелде ҡушып йырлайҙар... Топорнинды телгә алалар... Йырҙа телгә алынған «Топорнин»дың инде күптән «Кушнаренкоға» әйләнеп китеүен- дә уларҙың эше лә юҡ», — тип яҙған1. Ғалим йырҙы миҫалға килтермәгән. Әммә шул әйткәненән дә ниндәй йыр хаҡында һүҙ барыуын төшөнөүе ҡыйын түгел. Сөнки заманында ул бик популяр булды. Бына ул: Ағиҙелгә ағып төшә Топорниндьщ йылғаһы.

Йәшәһен Совет власы — Рәхәт уның донъяһы!

Эйе, төрлө-төрлө сәбәптәр арҡаһында, ил иңенә сәселгән ҡәрҙәштәребеҙгә эйәреп, халыҡ ижады ынйылары ла сәселгән. Сөнки бер урындан икенсе урынға күсенеп, яңы ергә ерегеп китһә лә, халыҡ боронғо бабалары төйәген онотмаған. Мал артынан күсенгәндә, матди мөлкәтен генә тейәп алып китеп ҡалмаған, йырҙарын да, моңдарын да үҙҙәре менән алған. Үҙҙәре яңы ергә ереккән кеүек, йырҙарын шул урынға еректерергә лә тырышҡан күскенселәр.

Оҙон көйлө һәм үҙ исеме булған йырҙарыбыҙҙың береһе булған «Төйәләҫ»тең тексына бына бындай куплет бар: Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә.

Ҡайҙа ла ғьша барма, дуҫ-иш кәрәк, Ҡаршы сығып, атың да бәйләргә.

Ошо строфалағы «Төйәләҫкәй буйы бигерәк йәмле» тигән һөйләм Ағиҙелде һыулаусылар ауыҙынан «Ағиҙелкәй буйы биге­ рәк йәмле» рәүешендә яңғыраһа, Димде һыулаусылар — Димде, һаҡмарҙы һыулаусылар — Һаҡмарҙы ҡушып йырлай. Сафа­ кулдәр иһә уны: «Сафакулкәй буйы бигерәк йәмле», — тип, Ҡарасыу ауылыныҡылар, «Ҡарасыуҡай буйы бигерәк йәмле», — тип башлар булыр.

Ана шулай тыуған еренең йәмен, эскән һыуының тәмен бала сағынан яҡшы белгәнгә лә, шул ер, шул һыу төшөнсәһен үҙендә 1 Күрһәтелгән хеҙмәт. — 8 —9-сы бб.

107
Закрыть