һәм шул арҡала мул ғына ер майҙанын эләктергән. Был риүә йәттең халыҡ-ара сюжетҡа барып олғашҡан версиялары ла осраш тыра. Улары буйынса, батша ниндәй бүләк теләүен һорағас, һалдат унан иҫке эйәр генә һорай. Быға ғәжәпһенгән батша иҫке эйәр тапшырғас, ысынлап та, ошондай бүләк менән бүләклә- неүен раҫлаусы ҡағыҙ ҙа һорап ала: юлда бәйләнеүҙәре ихтимал, йәнәһе. Уға шул ғына кәрәк. Тыуған иленә ҡайта ла, шул яҙма буйынса, Иҫке эйәр тигән ерҙе ҡулына төшөрә.
Әле телгә алынған мәғлүмәттәр 1986 йылда Хурамшин Әғзәм ағай (1927 йылғы) яҙҙырған Бикбирҙе ауылы тарихын бәйән итеүсе риүәйәтте хәтерләргә мәжбүр иткәйне. Унда Оло Солтан ауылы тарихына ҡағылышлы бер мәғлүмәт бар. Уның да сюжеты быға тиклем телгә алынған риүәйәттәргә хас «батшанан ер алыу» мотивына ҡоролған. «Берәү 25 йыл хеҙмәт итә. Уға әйткәндәр: — Яҡшы хеҙмәтең өсөн һиңә ер бирәбеҙ. Үҙең, йөрөп, һайлап ал, — тигәндәр, ти. Теге кеше бик ҙур майҙанды ала, Имәнғол ауылын һала. Ҡалған ауылдар унан һуң килеп ултыра.
— Бөгөнгө көндә рәсми исеме Оло Солтан булған Имәнғол ауылында 1986 йылдың 18 июнендә Нуретдинова Миңнисанан яҙып алынған риүәйәт әле әйтелгәнгә ярайһы ғына аныҡлыҡ индерә: «Солтан тигән бер башҡорт батшала хеҙмәттә торған. Уның шул хеҙмәте бик мөһим булғанғамылыр, батша быға бүләк кә мул итеп ер бирә. Ул ер хәҙерге Яланский совхозы биләмәһен иңләп ятҡан.
Солтан ҡарттың дүрт улы булған: Әбдрәшит, Баязит, Аҙнағол, Имәнғол (үҙем белгәндән түгел, ҡайным һөйҙәгәне буйынса ғына һөйҙәйем). Ерҙе мулыраҡ биләп ҡалыу уйы менән, шул уландарын ул, тош-тош урынға айырып сығарған. Баязит, Әб дрәшит, Аҙналы ауылдары шулай барлыҡҡа килгән.
Солтан ҡарт үҙе нигеҙ ҡорған ауылды Солтан тип тә, Имәнғол тип тә йөрөткәндәр»1.
Ялан-Ҡатайҙың Уралдан килеүселәре ошо тау тураһындағы иҫтәлектәрҙе йырҙарында ла һаҡлап ҡалған. Уларҙың йырҙарын да Өфө, Ағиҙел, Дим, Ашҡаҙар, Яйыҡ, һаҡмар телгә алыныусан.
Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын.
Икәү төшһәк, нисек тә йәҙәрбеҙ.
Икәү төшһәк, дуҫтым, йәҙәрбеҙ ҙә, Айырылһаҡ, нисек түҙәрбеҙ?!
1 БДУ, фф. — 1986 йылғы яҙмалар.
106