песенного фольклора, в целом он отвечает духу, эмоциональным переживаниям, стремлениям и чаяниям башкирского народа»1. Шул ук хеҙмәттә шағирҙың ирекле тәржемәләрендә «Һары ла сәс», «Батыр егет», «Эскадрон» кеүек йырҙарыбыҙҙан килгән башланғыстарҙы табып булыуы, йыр мотивтарының ярылып ятыуы билдәләнгән2. П. М. Кудряшевтың Беренсе Ватан һуғышы темаһына ижад ителгән башҡорт йырҙарының ирекле тәржемә ләрендә лирик сигенеүҙәр рәүешендә шағирҙың үҙ һоҡланыу- ҙары ярылып ята.
16. Ер һәм йыр Тарихтан мәғлүм булыуынса, тоғро хеҙмәте өсөн батша үҙе нең ярандарына ғына түгел, ҡайһы саҡта башҡаларға ла ер бирер булған. Ер-бүләккә башҡорт яугирҙары ла лайыҡ булғылаған. «Абдрахман Аҡъегет» тигән риүәйәт буйынса (уны 1962 йылда Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында Ғайса Хөсәйенов яҙып алған), француз яуында батырлыҡтар күрһәткән башҡорт яугирҙарын батша үҙ янына саҡыртып ала ла: — Башҡорттарым, һеҙ дан ҡаҙандығыҙ. Бар теләгегеҙҙе әйте геҙ, — тип әйтә була. Шул саҡ аранан телгә маһир, яуҙа заһир3 Абдрахман Аҡъегетов: — Беҙгә бер ниндәй байлыҡ та, бүләк тә кәрәкмәй, һин беҙгә ер бир! — тип әйтә була. Батша уның үтенесен үтәй. Абдулла тигән һалдатҡа батша бүләк һайлау мөмкинлеге биргән, ти риүәйәт4.
«Абдулла һалдат менән Николай батша»5 тигән риүәйәт ҡаһарманы Абдулла ла, Абдрахман Аҡъегеттәй булып, ер һорай. Тегеһе, күпме ер теләүен белергә уйлап, карта күрһәткәс, был, бер ҙә аптырап тормай: «Бына ошо ус аяһындай ер булһа, бик еткән миңә», — ти, нәфселе түгел, йәнәһе, артығын һорамай. Асылда, картаның масштабын иҫтә тотҡан хәйләкәр һалдат (тимәк, ул топография ғилемен әрмеләрҙә яҡшы үҙләштергән), 1 Хуббитдинова Н. А. Художественное отражение фольклора в литера туре XIX века к проблеме русско-башкирских фольклорно-литератур ных взаимосвязей / Отв. ред. Г. Б. Хусаинов. — Уфа, 2011. — С. 76.
2 Там же. — С. 76 — 84.
3 Заһир — күркәм эш ҡылыусы, күҙгә күренер эш ҡылыусы.
4 БХИ / Төҙөүсеһе, инеш мәҡ., аңлатмалар, мотивтар күрһәткесе авт. Ф. А. Нәҙершина; яуаплы мөхәрр. Кирәй Мәргән, Ә. М. Сөләймәнов. — Өфө, 1997. — 2-се том: Риүәйәттәр, легендалар. — № 311.
5 Шунда уҡ. — № 370.
105