Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 102.

һында ҡулланылһа ла, яңғыҙ башҡортто түгел, киңерәк планда — «тотош башҡорт халҡы», тарыраҡ планда «башҡорт атлылары» тигәнде аңлата. Н. К. Дмитриев тарафынан С. Төхфәтуллиндағы яҙманан күсерелгән варианттағы «Батыр башҡорт» һүҙбәйлә­ неше лә шундай уҡ мәғәнәгә эйә.

С. Төхфәтуллин вариантының икенсе куплетының башҡорт яугирҙары исеменән «Ниә атылһын аның туплары?» тигән риторик һорау ҡуйылһа (риторик, сөнки уға йыр: «Ниә атыл­ һын аның туплары? — Плен төшкән палкауниклары», — тип, үҙе үк яуап бирә), Мәжит Буранғоловтыҡында йырҙың был юлы «атылмай ҙа туплары», тип, фактгы констатациялау рәүешен генә алған. «Атлы ғәскәр сыға күперҙән» тип башланған куплет 18 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» тупламаһына Д. Юлтый баҫмаһынан алынған тексҡа ҡушып «Әхмәт Байыҡ» тигән исем бирелгән. Аңлатмалар өлөшөндә йырҙың ошо әҙип ҡулы менән яҙып алынған һәм юғарыла беҙҙең тарафтан телгә алынған тарихы ла бирелгән1.

Ахырҙа шуны әйтеү кәрәк, Н. К. Дмитриев, «французҡай­ ларның, әй, ерләре...» тип башланған йырҙы Башҡортостандан ер аяғы — ер башында ятҡан Италияла сығарып, сит-ят ҡәүем- дәрҙе башҡорттоң йыр поэзияһы менән таныштырыуы менән бер рәттән, уны ижад итеүсе бабаларыбыҙҙың данлы героик үткәндәре хаҡында һоҡландырырлыҡ һәм уйландырырлыҡ мәғ­ лүмәт ҡалдырып, халҡыбыҙ алдында онотолмаҫлыҡ изге ғәмәл ҡылған. Дөйөм алғанда, Н. К. Дмитриев баҫтырған йыр, беҙгә төрлө баҫмаларҙан мәғлүм варианттары менән бергә халыҡ йырҙары фондының 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына бағышланған тотош бер циклын үҙенсәлекле итеп йомғаҡлап ҡуйғандай итә. Был йырҙар һәм уларҙы поход шарттарында ижад итеүселәрҙең уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ­ лоғо хаҡына, мөмкин булғанды ғына түгел, мөмкин булмаған­ дарын да эшкә егеп, үҙҙәренең батырлыҡ өлгөләре менән М. И. Кутузовты һәм Александр батшаны ғына түгел, бөтә Рәсәй, Европа халҡын таң ҡалдырыуын бөгөн көллө ғаләм белә. Баш­ ҡорттарҙың һуғышсан һыбайлылары, Әхмәтзәки Вәлиди әйт­ мешләй, бик күп әҙиптәрҙе, рәссамдарҙы ижадҡа рухландырған. Бер А. О. Орловский төшөргән литографиялар ғына тотош бер галерея булырлыҡ.

Башҡорт халҡының Беренсе Ватан һуғышы тураһындағы йырҙары декабристик рухтағы Ырымбур шағиры Петр Кудря- шевты «Прощание башкирца с милой», «Песнь башкирца перед 1 БХИ: Йырҙар: 2-се кит. — 82-сө, 327-се бб.

103
Закрыть