Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 101.

тары менән сағыштырғанда, М. Буранғолов вариантының идея­ һы тәрәнерәк мәғәнәгә эйә, тип раҫларға нигеҙ бирә. Ә ул «Любизар» йырындағы: Француздар танынылар Әрәсәйҙә үҙҙәрен.

Рус, башҡорт ҡыҫмаҡлағас, Табалмайҙар эҙҙәрен1, — тигән юлдарға һалынған, артабан халыҡ шағиры Мостай Кәрим тарафынан: Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлда, Табындаштар оло байрамда, Яуҙа — яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш Изге һуғыш үткән майҙанда2, — тип, исемләп үк әйткән идеянан, ҡәҙимге дуҫлыҡ ҡына түгел, рус һәм башҡорттоң дуҫлығы, хатта улай ғына ла түгел, ошо ике халыҡтың ут-һыуҙа һыналған дуҫлығы идеяһынан ғибәрәт. Ә бит йыр ни бары өс кенә куплеттан тора. Уның тәүге ике куплеты Н. К. Дмитриев һәм Дауыт Юлтый баҫмаларының тәүге ике куп­ леты менән һүҙмә-һүҙ тиерлек тап килә. «Һүҙмә-Һүҙ тиерлек». Сөнки тәүгеһенең һуңғы ике юлы: Атҡайына менеп һөңгө тотоп, Әхмәт Байыҡ сыға элгәре, — тип вариантлашҡан. Ҡарамаҡҡа, С. Төхфәтуллин вариантының тәүге куплеты менән был куплет араһында йөкмәтке йәһәтенән бер ниндәй ҙә айырма юҡ: грамматик яҡтан ҡарағанда, бары тәүгеһендә һөйләм эсендә эйә функцияһын атҡарыусы «баш­ ҡорт» тигән уртаҡлыҡ исем «батыр» тигән аныҡлаусы ярҙа­ мында аныҡлана төшһә, һуңғыһында шул ике һүҙ «Әхмәт Байыҡ [улы]» тигән яңғыҙлыҡ исем менән алмаштырылып, конкретлаш- тырылған ғына, тип уйларға була. Әммә, йәнле һөйләш, фольк­ лор тәжрибәһе күҙлегенән яҡыныраҡ килһәк, шуға төшөнөрбөҙ: «башҡорт» һүҙе халҡыбыҙҙың «Любизар» йырында («рус, баш­ ҡорт») һәм Мостай Кәримдең «Россиянмын» шиғырында («рус һәм башҡорт»), грамматик яҡтан ҡарағанда, яңғыҙлыҡ форма­ 1 БХИ: Йырҙар: 2-се кит. — 83-сө б.

2 Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр. Биш томда. Өфө: Китап, 1995. 1-се том. — 112-се б.

102
Закрыть