Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 100.

йөҙ саҡрымдай ерҙә ятҡан Шварца ауылы эргәһендә ялға туҡ­ тала. Яугирҙарыбыҙҙың ҡоралдарын ҡыҙыҡ күреп, урындағы хакимиәт башлығы уҡтан атып ҡарауҙарын һорай. Яныбай Хамматов әйтеүенсә, бер башҡорт, «тоҫҡамай-нитмәй, атҡан уҡ» ҡаршылағы сиркәүҙең «ҡалын япмаһын тишеп, оҙонса көм­ бәҙҙең ҡап урта өлөшөнә барып ҡаҙала һәм шунда тороп ҡала». Аҙаҡ ул уҡты шул сиркәүҙең музейында һаҡлайҙар, ә уның урынына, башҡорт батырының мәргәнлегенә һоҡланыу бил­ геһе итеп, тимерҙән эшләнгән күсермәһен ҡаҙап ҡуялар1. Йыр тарихын теркәүсегә, күрәһең, башҡорт уғының, бер ауылдың бәләкәй генә сиркәүе манараһында ҡаҙалып тороуына ҡарағанда, Париж сиркәүе манараһында ҡалыуы мөһимерәк һәм бәҫлерәк тойолған. Был осраҡта анахронизм шуның менән аҡлана. Анахронизм алымы ярҙамында үткәрелгән идеяны ҡеүәтләр сараны ла тапҡан риүәйәтсе: ул уҡты башҡорт яугиры, йәнәһе, ниндәйҙер ваҡ-төйәк хакимиәт башлығы үтенесе буйынса түгел, ә башҡорт менән рустан хурлыҡлы еңелгән Наполеондың үҙе­ нең һорауы буйынса ата була. Манараға уғы барып ҡаҙалғас, рус булһа: «Знай наших!» — тип әйтер ине. Улай маҡтаныу һүҙен әйтмәһә лә, уҡсы үҙе, уның мәргәнлегенә һәм көс-ғәйрәтенә хайран ҡалған Наполеондың ни уйлап, ни кисереүенә төшөнөүе ҡыйын түгел.

Йырҙың Н. К. Дмитриев итальян журналында баҫтырған вариантында дошман ғәскәре хаҡында һүҙ барғанда, «француз­ дарҙың» урынына «французҡайҙарҙың» формаһы ҡулланылыуы ла иғтибарға лайыҡ. Йырҙы ижад итеүселәр ижек етмәгәндән, үлсәм теүәллеге өсөн шулай иткәндәрме? Әллә француздарҙы ҡыуып килеп, Парижғаса еткергәс, уларҙы йә йәлләп, йә иркә­ ләтеп шулай тигәндәрме? Юҡ. Йырҙың дөйөм йөкмәткеһе күҙ­ легенән ҡарағанда, формаһы менән иркәләтеүҙе лә, йәлләүҙе лә аңлатырға тейеш булһа ла, художестволы тәғәйенләнеше башҡа уның. Халыҡ «французҡайҙарҙың» һүҙенә ироник мәғәнә һал­ ған. Юҡһа, шул һүҙ ҡулланылһа ла: «Ниә атһын аның тупла­ ры — Плен төшкән палкауниклары», «мең ғәскәрен Ун ике [лә] башҡорт бөтөргән», «Батыр башҡорттар ҙа килә, тигәс, Башын һалды аның батшаһы», — тип, еңеүселәргә хас шатлыҡ белдерелер инеме? Юҡ, әлбиттә.

Йыр контексында «Кутузов »ты башҡорт яутирҙарының «Ҡотдос»ҡа әүерелдереүҙәре тағы шуның менән әһәмиәтле: ошо ғына алым да С. Төхфәтуллин, Ә. Әхмәтов, Д. Юлтый вариант­ 1 Хамматов Я. Авторҙан / / шул уҡ авт. Төньяҡ амурҙары: Роман. — Өфө, 1983. - 382-се б.

101
Закрыть