Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 99.

штоф араҡы менән һыра килтерҙеләр; шулай итеп, икенсе тапҡыр Пугачев һәм уның ҡот осҡос иптәштәре менән бер табында ултырырға тура килде.

Иркһеҙҙән үҙем шаһите булған был эсеү-типтереү кисәһе ҡара төнгә тиклем дауам итте. Ахырҙа табын­ даштар иҫерә башланылар. Пугачев, үҙенең урынында ултырған килеш, ойоп китте; уның иптәштәре урын­ дарынан торҙолар һәм миңә сығырға ишара иттеләр, Улар менән бергә мин дә сығып киттем. Хлопушаның бойороғо буйынса, ҡарауылсы мине приказ өйөнә илтеп ҡуйҙы. Савельич тә шунда ине, икебеҙҙе бергә бикләп ҡалдырҙылар. Был хәлдәрҙең бөтәһен күреп, бик ныҡ ғәжәпкә ҡалған дядька миңә һис бер төрлө һорау ҙа биреп торманы. Ул ҡараңғыла урын йәйҙе һәм, көр­ һөнөп, уфылдап, оҙаҡ ваҡыт йоҡлай алмай ятты; ахырҙа ғырылдап йоҡлап китте, ә мин тәрән уйға сумдым, улар бөтә төн буйына миңә бер генә минут та йоҡларға ирк бирмәнеләр.

Иртәнсәк мине Пугачев исеменән саҡырырға кил­ деләр. Мин уның янына киттем. Ул-торған өйҙөң ҡап­ ҡа төбөндә өс татар аты егелгән кибитка тора ине. Урамда халҡ йыйылған. Пугачевты мин соланда ос­ раттым; ул юлға сығырға кейенгән; өҫтөндә тун һәм башында ҡырғыҙ бүрке, кисәге табындаштары, уға түбәнселек менән буйһонған ҡиәфәт күрһәтеп, уны әйләндерел алғандар. Уларҙың был ҡыланышы кисә үҙем шаһите булған бөтә нәмәгә бик ныҡ ҡапма-ҡар­ шы ине. Пугачев минең менән күңелле генә иҫәнләш­ те һәм миңә үҙе менән бергә кибиткаға ултырырға ҡушты.

Ултырҙыҡ. Пугачев тройканы аяғүрә тотоп идара итеүсе, киң яурынлы татарға: «Белогорск крепосе­ нә! — тине. Минең йөрәгем бик ныҡ тибә башланы. Аттар ҡуҙғалды, ҡыңғырау шылтыраны, кибитка осто ғына...

«Туҡта, туҡта!» — тигән, миңә бик яҡшы таныш булған, тауыш ишетелде һәм мин беҙгә ҡаршы юге­ реп килеүсе Савельичте күрҙем. Пугачев туҡтарға ҡушты. «Атаҡайым Петр Андреич! — 'тип ҡысҡыра ине минең дядькам. — Ҡалдырып китмә мине шул мошен... араһында». — «Ә, ҡартлас! — тине уға Пуга- 99
Закрыть