га бара инем, ул етемде унда рәнйетәләр икән,— тип яуап ҡайтарҙым.
Пугачевтың күҙҙәре йылтырап китте. «Минең ке шеләремдән кем етем ҡыҙҙы рәнйетергә баҙнат итә? — тип ҡысҡырҙы ул.— Уның башы ике булһа ла, минең хөкөмөмдән ҡотола алмаҫ. Әйт: кем ғәйепле?» — Швабрин ғәйепле,— тинем мин.— Ул теге һин поп ҡатынында күргән ауырыу ҡыҙҙы бикләп тота һәм көслөк менән үҙенә ҡатынлыҡҡа алмаҡсы була.
— Швабринде өйрәтермен мин,— тине Пугачев асыу менән.— Миндә баш-баштаҡлыҡ итеүҙең һәм ҡалҡты рәнйетеүҙең нәмә икәнен танытырмын мин уға. Мин уны аҫырмын.
— Бер һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ,— тине Хлопуша, ҡарлыҡҡан тауыш менән.— Швабринде крепость ко менданты итеп билдәләргә ашыҡтың, ә хәҙер уны аҫырға ашығаһың. Дворянинде казактарға начальник итеп ҡуйып, уларҙы һин хурлағайның инде; беренсе ошаҡ буйынса уҡ, дворяндәрҙе аҫып, уларҙы беҙҙән өркөтмә.
— Уларҙы йәлләргә лә, эш башына ултыртырға ла кәрәкмәй! — тине зәңгәр таҫма аҫҡан ҡарт.— Шваб ринде аҫтыртыуы ҡыйын эш түгел; ә инде офиңер әфән денән дә бында ниңә килеүе хаҡында тәртип менән һорау алһаҡ, насар булмаҫ ине. Әгәр ул һине батша тип танымай икән, һинән ғәҙел хөкөм дә һорап йөрө мәһен; батша тип таный икән, ниңә бөгөнгө көнгә тик лем һинең дошмандарың менән бергә Ырымбурҙа ул тырған? Уны приказ өйөнә 1 ебәреп, унда ҡыҙҙырып алырға ҡушмайһыңмы: минеңсә, был әфәнде беҙгә Ырымбур командирҙәре тарафынан йәшерен рәүештә ебәрелгән кеше булырға оҡшай.
Ҡарт яуыздың логикаһы шаҡтай ышандырырлыҡ тойолдо миңә. Үҙемдең кемдәр ҡулына эләгеүемде уй лағас, бөтә тәнем сымырҙап китте. Пугачев минең ҡау шағанымды һиҙҙе. «Йә, ваше благородие? — тине ул миңә, күҙ ҡыҫып.— Минең фельдмаршалым дөрөҫ һөй ләй булһа кәрәк, һин нисек уйлайһың?» 1 П р и к а з ө й ө — арескә алынған кешеләрҙән һорау алына торған өй.