әйттем. «Ә ниндәй эш менән?» — тип һораны ул минән. Мин ни тип яуап бирергә лә белмәнем. Пугачев, ми не шаһиттәр алдында аңлашырға теләмәй икән тип уйл^п, үҙенең иптәштәренә боролоп ҡараны һәм сы ғып торорға ҡушты. Икәүһенән башҡа, ҡалғандары бөтәһе лә уның һүҙен тыңланылар, ә ике иптәше урын дарынан ҡуҙғалманы. «Былар алдында ҡурҡмай һөйлә,— тине миңә Пугачев: — мин уларҙан бер нә мәне лә йәшермәйем». Күҙҙәремдең ҡырыйы менән генә самозванецтең ышаныслы кешеләренә ҡарап ал дым. Уларҙың береһе аҡ һаҡаллы, бөкөрәйгән хәлһеҙ генә ҡарт ине; уның, һоро бишмәт өҫтөнән яурыны ар ҡыры һалған зәңгәр таҫмаһынан башҡа, күҙгә ташла нырлыҡ бер нәмәһе лә юҡ ине. Ләкин уның иптәшен ғүмерем буйына онотмам. Ул оҙон буйлы, таҙа кәүҙә ле һәм киң яурынлы, ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы кеше ине. Ҡуйы ерән һаҡал, ялтырап торған һоро күҙҙәр, йыртыҡ морон, маңлайында һәм яңаҡтарында ҡыҙғылт тимгелдәр уның шаҙра киң битенә аңлатып бул м аҫлыҡ төҫ бирәләр. Өҫтөнә ул ҡыҙыл күлдәк,, ҡырғыҙ сапаны һәм киң казак салбары кейгәйне. Бе ренсеһе (һуңынан белгәнемсә) ҡасҡын капрал Белобо родов 1 икенсеһе — һөргөнгә ебәрелгән һәм Себер руд- никтәренән өс тапҡыр ҡасып киткән енәйәтсе Афана сий Соколов (Хлопуша2 ҡушаматлы ■' кеше) ине. Ғәҙәттән тыш борсолоуьша ҡарамаҫтан, үҙем дә бел мәҫтән килеп ингән был мәжлес минең уйҙарымды үҙенә бик ылыҡтырҙы. Ләкин Пугачев үҙенең: «һөй лә: Ырымбурҙан ниндәй эш менән сыҡтың?»— тигән һорауы менән минең уйҙарымды таратты.
Башыма ғәжәп бер уй килде: икенсе тапҡыр мине Пугачев менән осраштырған яҙмыш ниәтемде хәрә кәткә килтерергә мөмкинлек бирер һымаҡ күренде. Мин унан файҙаланырға булдым һәм, үҙемдең нәмәгә ҡарар итеүемде уйлап бөтөрөргә лә өлгөрмәйенсә, Пу- гачевтың һорауына: — Белогорск крепосенә бер етем ҡыҙҙы ҡотҡарыр- 1 Б е л о б о р о д о в, И. Н. — Пугачевтың иң яҡын ярҙамсы ларынан береһе.
3 А ф а н а с и й С о к о л о в (Хлопуша) — крепостной крәҫ тиән, Пугачев ғәскәрендә иң талантлы командирҙәрҙең береһе.
95