юрттырып барам. Савельич минән күп артта ҡалып, саҡ эйәреп килә һәм минут һайын: «Аҡрыныраҡ, су дарь, алла хаҡы өсөн, аҡрыныраҡ! — тип ҡысҡыра.— Минең ләғнәт төшкән арыҡ имгәгем һинең оҙон аяҡ лы енең артынан етешә алмай. Ҡайҙа ашығаһың? Бе рәй туйға булһа ине, исмаһам, балта төйҙәһе аҫтына бит, күр ҙә тор. ...Петр Андреич... атаҡайым, Петр Ан дреич!.. һәләк итмә!., и, алла, барин балаһы әрәм бу ла инде!» Тиҙҙән Берда уттары йылтырап күренә башланы. Беҙ биҫтәнең тәбиғи нығытмаһы булған соҡорҙарға килеп еттек. Савельич, зарлы ялыныуҙарын өҙмәй- ҡуймай, минән ҡалмай ғына килде. Мин биҫтәне ты ныс ҡына уратып үтергә өмөтләнеп бара инем, ҡапыл ҡараңғыла, нәҡ алдымда ғына, күҫәктәр менән ҡо ралланған биш мужикте күрҙем; улар пугачевсылар торған урындың алдынғы ҡарауылы ине. Беҙгә ҡыс ҡырҙылар. Паролде белмәгәнлектән, мин өндәшмәйен сә улар эргәһенән үтеп китергә теләгәйнем; ләкин улар мине шунда уҡ ҡамап алдылар; һәм уларҙың береһе атымдың югәненә килеп тотондо. Ҡылысымды алып, мужиктең башына һуҡтым; уны бүрке ҡотҡарып ҡал ды, шулай ҙа ул сайҡалып китте һәм югәнде ҡулынан ысҡындырҙы. Бүтәндәре ҡаушап ҡалдылар һәм ҡа сып киттеләр; шул минуттан файҙаланып, атымды шпорланым һәм саптырып киттем.
Яҡынлашып килгән төн ҡараңғылығы мине бөтә ҡурҡыныстарҙан ҡотҡара алған булыр ине, ләкин мин, артҡа боролоп ҡарап, ҡапыл Савельичтең яным да юҡлығын күрҙем. Меҫкен ҡарт үҙенең аҡһаҡ аты менән юлбаҫарҙарҙан ҡасып китә алмаған, күрәһең. Ни эшләмәк кәрәк? Уны бер нисә минут көтөп торғас һәм уның тотолғанлығына ышанғас, атымды кире бо роп, Савельичте ҡотҡарырға киттем.
Соҡорға табан боролғас, алыҫтан уҡ шау-шыу, ҡысҡырыш һәм Савельичтең тауышын ишеттем. Мин атымды тиҙләтеберәк киттем һәм, оҙаҡламай, әле бер нисә минут элек кенә мине туҡтатҡан ҡарауыл кеше ләре араһына яңынан барып индем. Савельич улар араһында ине. Улар ҡартты атынан һөйрәп төшөр гәндәр ҙә бәйләргә әҙерләнәләр. Минең килеүем улар- 93