Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 92.

аҡтарынһалар ҙа, йәшереп өлгөрҙөм», һәм шул һүҙ­ ҙәрҙе әйтә-әйтә, ул кеҫәһенән көмөш аҡсалар менән туп-тулы, ауыҙы бәйле оҙон тоҡсай сығарҙы. «Улайһа, Савельич,— тинем мин уға,— хәҙер үк миңә аҡсаның яртыһын бир; ә ҡалғанын үҙеңә ал. Мин Белогорск крепосенә китәм».

— Атаҡайым, Петр Андреич! — тине яҡшы күңелле дядька, ҡалтыраған тауыш менән.— Алланан ҡурҡ; бөтә тирә-яҡта юлбаҫарҙар мыжғып торғанда, нисек итеп юлға сыҡмаҡ кәрәк! Әгәр үҙеңде йәлләмәйһең икән, ата-әсәләреңде ҡыҙған, исмаһам, һиңә ҡайҙа барырға? Ни өсөн? Сабыр ит аҙыраҡ: бына ғәскәр килер, мошенниктәрҙе тотоп бөтөрөрҙәр; ул саҡта те­ ләһәң ҡайҙа кит.

Ләкин китергә мин ныҡ ҡарар иткәйнем инде.

— Уйлап торорға һуң инде,— тинем мин ҡартҡа.— Мин китергә тейешмен, китмәй булдыра алмайым. Хәсрәтләнмә, Савельич: алла мәрхәмәтле; күрешербеҙ әле! Ҡара уны, тартынып торма, һәм һаранланма. Өс хаҡын биреп булһа ла, үҙеңә кәрәк нәмәләрҙе һа­ тып ал. Әгәр мин өс көндән әйләнеп ҡайтмаһам...

— Ни тигән һүҙең ул, сударь? — тип Савельич ми­ нең һүҙемде бүлдерҙе.— Мин һинең бер үҙеңде ебә­ рәмдер шул! Уны төшөңдә лә һорама, һин китергә булғанһың икән инде, йәйәү булһа ла һинең артың- даң барам, ә һине ташламайым, һинән башҡа таш ҡойма артында ни эшләп ултырайым? Мин аҡылдан яҙғанмы ни? Ихтыярың, сударь, ә мин һинән ҡал­ майым.

Савельич менән бәхәсләшеүҙең файҙаһыҙ булыуын белә инем, шуға күрә уға юлға әҙерләнергә рөхсәт иттем. Ярты сәғәт үтеүгә мин үҙемдең яҡшы атыма атландым, ә Савельич арыҡ һәм аҡһаҡ бер ат менде; ашатырға аҙығы булмағанлыҡтан, ҡала кешеләренең береһе был атты уға бушлай биргәйне. Беҙ ҡала ҡап­ ҡаһы янына килеп еттек; ҡарауылда тороусылар беҙҙе үткәреп ебәрҙеләр: беҙ Ырымбурҙан сығып киттек.

Ҡараңғы төшә башланы. Минең юлым пугачевсы­ лар туҡталған Берда биҫтәһе аша үтә ине. Тура юлды ҡар баҫҡан; ләкин бөтә дала буйлап, көн һайын яңы­ рып торған ат аяғы эҙҙәре күренә. Мин атты шәп кенә 92
Закрыть