Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 91.

майҙар; йәғни йәш тол ҡатындар үҙенә кейәүҙе ҡыҙ­ ҙарға ҡарағанда тиҙерәк табалар, тип әйтмәксе инем.

— Уны Швабрингә биргәнсе мин үлергә тиҙерәк риза булырмын! — тинем, ҡоторор хәлгә етеп.

— Ба-ба-ба-ба!— тине ҡарт.— Хәҙер аңлайым: һин, күренеп тора, Марья Ивановнаға ғашиҡ булған­ һың. О, ул саҡта эш башҡа! Меҫкен егет! Ләкин, шу­ лай ҙа, мин һиңә һис нисек тә бер рота һалдат һәм илле казак бирә алмайым. Был экспедиция аҡылһыҙ­ лыҡ булыр ине; мин уны үҙемдең яуаплылығыма ала алмайым.

Башымды түбән эйҙем; мине өмөтһөҙлөк солғап ал­ ды. Ҡапыл ҡылт итеп башыма бер уй килеп төштө: был уйҙың ниҙән торғанлығын, боронғо роман яҙыу­ сылар әйткәнсә, уҡыусы алдағы главала күрер.

X 1 глава ФЕТНӘСЕЛӘР БИҪТӘҺЕ Тыумыштан уҫал хайуан булһа ла ул, Бик туҡ ине арыҫлан ул сағында, һораны яғымлылыҡ күрһәтеп ул: «Ни йомош менән, — тине, — килдең бында?) А. С у м а р о к о в 1.

Генерал янынан сыҡҡас та квартирама ҡайтырға ашыҡтым. Савельич мине үҙенең ғәҙәттәге өгөтө ме- - нән ҡаршыланы, «һиңә, сударь, иҫерек юлбаҫарҙар менән осрашыу ниңә кәрәк ине! Баяр эшеме ни ул? Яман сәғәткә тура килеп, бер ҙә юҡҡа ғына харап бу­ лырһың. Төрөккә йәки шведҡа ҡаршы һуғышһаң, та­ ғы бер хәл ине, юғиһә әле кемгә ҡаршы икәнен әйтеүе лә оят бит.

Уның һүҙен: минең бөтәһе күпме аҡсам бар? — ти­ гән һорау менән бүлдерҙем, «һиңә генә етер,— тине ул, ҡәнәғәтләнгән төҫ менән.— Мошенниктәр нисек кенә 1 Был эпиграфты Пушкин үҙе яҙған, тип уйлайҙар, сөнки Сумароков әҫәрҙәрендә бындай өҙөк табылмаған.

91
Закрыть