— Ваше превосходительство, миңә бер рота һалдат менән илле казак алырға һәм мине Белогорск крепосен дошмандан таҙартырға ебәрергә бойороҡ бирегеҙ?
Генерал, аҡылынан яҙ|ғандыр был, тип уйланы бул һа кәрәк (был фекерендә ул яңылышмай ине тип әй терлек), миңә текләп ҡараны.
— Нисек инде ул? Белогорск крепосен алырға? — тине ул ахырҙа.
— Уңышлы сығыуын үҙ өҫтәмә алам,— тинем мин ҡыҙыуланып.— Тик мине ебәрегеҙ генә.
— Юҡ, йәш егет,— тине ул, башын сайҡап.— Шун дай ҙур аралыҡта һеҙҙе төп стратегик пункт менән бәйләнгән коммуникациянан1 өҙөү һәм һеҙҙе бөтөн ләйгә еңеү дошманға еңел буласаҡ. Киҫелгән комму никация...
Уның хәрби эштәр тураһындағы һүҙҙәр менән ма- уығыуын күреп, ҡурҡып киттем һәм һүҙен бүлдерергә ашыҡтым.
— Капитан Мироновтың ҡыҙы,— тинем мин уға,— миңә хaт яҙған; ул ярҙам һорай; Швабрин уны үҙенә кейәүгә сығырға көсләй икән.
— Шулаймы ни? О, ул Швабрин бик ҙур schelm 2, һәм әгәр минең ҡулыма килеп эләкһә, мин уны 24 сә ғәт эсендә хөкөм итергә ҡушырмын, һәм беҙ уны кре пость парапетендә3 аттырырбыҙ! Ләкин хәҙергә тү ҙемлек кәрәк!..
— Түҙемлек кәрәк имеш! — тип ҡысҡырҙым мин, үҙемде онотоп.— Ә ул шул арала Марья Ивановнаға әйләнер!..
— О! — тине генерал.— Уныһы әле бәлә түгел: уға хәҙергә Швабриндең ҡатыны булып тороу яҡшыраҡ: ул хәҙер уны үҙ яҡлауына алыр, ә Швабринде атҡас инде, ул сағында, алла ҡушһа, уға кейәүҙәр табылыр. йәш, матур тол ҡатындар ҡыҙ булып ултырып ҡ ал 1 К о м м у н и к а ц и я — армияның йәки фронттың айырым өлөштәре араһындағы бәйләнеште аңлата торған хәрби-техник термин.
2 Schelm (немецсә)— әшәке, шельма.
3 К р е п о с т ь п а р а п е т е — гарнизонды пулңләрҙән һәм йәҙрәләрҙән ышыҡлай торған вал.
90