Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 9.

Шулай итеп, минең бөтә матур өмөттәрем емерел­ де! Күңелле Петербург тормошо урынына ҡараңғы һәм алыҫ урындағы күңелһеҙлек көтә ине мине. Бы­ нан бер минут ҡына элек мин шундай шатлыҡ менән уйлаған хеҙмәт миңә ауыр бәхетһеҙлек булып тойолдо. Ләкин бәхәсләшеп тороп булмай. Икенсе көн иртә менән ишек алдына юл кибиткаһы1 килеп туҡтаны; уға сумаҙанымды, сәй һауыт-һабалары һалынған кес­ кәй һандыҡ һәм йорттағы иркәлектең һуңғы билдәләре булған күмәстәр һәм бәлештәр һалынған төйөнсөктәр­ ҙе сығарып һалдылар. Атайым менән әсәйем миңә хәйер-фәтихәләрен бирҙеләр. Атайым миңә: «Хуш бул„ Петр. Кемгә ант итһәң, шуға тоғро хеҙмәт ит; началь- никтәреңдең һүҙен тыңла; уларҙың иркәләүе артынан ҡыума; хеҙмәтте үҙең һорап алма; хеҙмәттән баш тартма; кейемеңде яңы сағынан, ә намыҫыңды йәштән үк һаҡла, тигән мәҡәлде онотма»,— тине. Әсәйем, күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа, миңә үҙемдең һаулығымды һаҡларға, ә Савельичкә мине ҡарап ҡына йөрөтөргә ҡушты. Миңә ҡуян тиреһенән тегелгән толоп, ә өҫтө­ нән төлкө тун кейҙерҙеләр. Мин Савельич менән ки- биткаға инеп ултырҙым һәм, күҙ йәштәремә мансылып, юлға сыҡтым.

Шул уҡ төндә Сембергә барып еттем, бында мин,, кәрәк-яраҡтарҙы һатып алыр өсөн, бер тәүлек торорға тейеш инем. Әйберҙәр алыу Савельичкә тапшырылды. Мин трактиргә туҡтаным. Савельич иртә менән лавка­ ларға сығып китте. Тәҙрәнән бысраҡ тыҡрыҡҡа ҡарап ултырып әсем бошоп киткәс, бөтә бүлмәләр буйлап йөрөргә киттем. Биллиард бүлмәһенә инеп, унда ауы­ ҙына трубка ҡапҡан, ҡулына кий2 тотҡан, өҫтөнә халат кейгән, оҙон буйлы, оҙон ҡара мыйыҡлы утыҙ биш йәштәр самаһындағы бер баринде күрҙем. М ар­ кер 3 менән уйнай ине ул. Маркер отһа бер рюмка ара­ ҡы эсә, ә отторһа, имгәкләп биллиард аҫтына инергә тейеш ине. Мин уларҙың уйынын ҡарап тора башла- 1 К и б и т к а — өҫтө ябыҡ сана.

2 К и й — биллиард таяғы.

3 М а р к ё р - — биллиардты хеҙмәтләндереүсе, уйын ваҡытын­ да иҫәп алып барыусы кеше.

9
Закрыть