көсләй. Ул миңә: ғүмереңде мин ҡотҡарып ҡалдым, сөнки яуыз дарға мине, йәнәһе, туғанымдың ҡыҙы тип әйткән Акулинд Памфиловнаның ялғанлауын йәшерҙем, ти. Алексей Иванович ке үек кешенең ҡатыны булыуға ҡарағанда, үлеүе артығыраҡ булыр- ине миңә. Ул минең менән бик ҡаты мөғәмәлә итә һәм, фекеремде үҙгәртмәһәм һәм риза булмаһам, мине, лагергә алып барып, яуыз ҡулына тапшырыу менән ҡурҡыта, һеҙҙе лә Лизавета Харлова 1 һымаҡ итерҙәр, ти. Мин Алексей Ивановичтән миңә уйларға- ваҡыт биреүҙе һораным. Ул тағы ла өс көн көтөргә риза булды; әгәр өс көндән уға кейәүгә сыҡмаһам, ул сағында миңә һис бер төрлө аяу булмаясаҡ. Атаҡайым Петр Андреич! һеҙ бер үҙегеҙ- генә минең яҡлаусым; мин меҫкенде ҡотҡарығыҙ. Генералдан һәм бөтә командирҙәрҙән беҙгә тиҙерәк сикурс ебәреүҙе һорағыҙ,, әгәр мөмкин булһа, үҙегеҙ ҙә килегеҙ, һеҙгә итәғәт ҡылып ҡ а лыусы етем ҡыҙ, Марья Миронова».
Был хатты уҡығас, мин саҡ аҡылдан яҙманым. Меҫкен атымды мәрхәмәтһеҙ шпорлай-шпорлай ҡала ға саптым. Юлда меҫкен ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн теге- һен дә, быныһын да уйлап ҡараным, ләкин бер ни ҙә- уйлап таба алманым. Атымды саптырып ҡалаға ҡай тып еткәс, туп-тура генералға киттем һәм, аҡ-ҡараны күрмәйенсә, уның янына югереп барып индем.
Генерал, үҙенең пенка төрөпкәһен2 тарта-тарта,.. бүлмә буйлап ары-бире йөрөй ине. Мине күргәс, туҡ таны. Минең ҡиәфәтем уны ғәжәпләндерҙе булырға кәрәк; ул хәстәрлек менән минең ашығып килеүемдең сәбәбен порашты.
— Ваше превосходительство,— тинем мин уға,— туған атайым кеүек күреп, һеҙгә мөрәжәғәт итәм; ал ла хаҡына минең үтенесемде кире ҡаҡмағыҙ; эш минең тормошомдоң бөтә бәхете тураһында бара.
— Ни булды, егеткәй? — тип һораны ғәжәпләнгән ҡарт.— Мин һинең өсөн нәмә эшләй алам? һөйлә.
1 Х а р л о в а Е л и з а в е т а — Нижнеозер комендантының, ҡатыны. Крепость Пугачев тарафынан алынғас, иҫән ҡалдырыла, ләкин Харлованың Пугачевҡа йоғонто яһауынан ҡурҡҡан, Пуга чевҡа яҡын торған кешеләр тарафынан аҙаҡтан үлтерелә.
2 П е н к а т ө р ө п к ә — утҡа сыҙамлы еңел минераль ма териалдан эшләнгән төрөпкә.
89