Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 88.

урындарынан бушҡа ғына гөрһөлдәй, ә ҡырҙа аттару хәлһеҙ булыу сәбәпле, ҡарға бата һәм уларҙы урыны­ нан да ҡуҙғатып булмай торғайны. Беҙҙең һуғыш хә­ рәкәте бына шундай ине! Ырымбур чиновниктәре бы­ на шуны һаҡ һәм аҡыллы хәрәкәт тип атанылар!

Бер саҡ, беҙ, нисектер, фетнәселәрҙең ҙур ғына төркөмөн таратып һәм ҡыуып ебәргәс, мин үҙенең ип­ тәштәренән артта ҡалған бер казакты ҡыуып еттем; уны үҙемдең төрөк ҡылысы менән сабырға әҙерләнгән генә инем, ул ҡапыл бүркен һалып: «һаумыһығыҙ. Петр Андреич! Нисек йәшәйһегеҙ?» — тип ҡысҡырҙьк Ипләберәк ҡараһам, үҙебеҙҙең урядник икән.— Әй­ теп бөтөрә алмаҫлыҡ шатландым, «һаумы, Макси­ мыч,— тинем мин уға.— Белогорск крепосенән күп- тәнме?» — Күптән түгел, атаҡай, Петр Андреич; кисә генә ҡайттым. Миндә һеҙгә бер хaт киҫәге лә бар.

Мин бөтөнләй тоҡанып китеп: — Ҡайҙа һуң ул? — тип ҡысҡырып ебәрҙем.

— Янымда,— тине Максимыч, ҡулын ҡуйынына тығып.— Мин Палашаға хатты нисек тә һеҙгә тапшы­ рырға вәғәҙә биргәйнем.— Шунда ул миңә бөкләп төр­ гән бер ҡағыҙ бирҙе лә, үҙе шул уҡ минутта атын саптырып китеп барҙы. Мин хатты астым һәм, бик тул­ ҡынланып, түбәндәге юлдарҙы уҡыным: «Атайымдан һәм әсәйемдән ҡапыл мине мәхрүм итеү аллаға кәрәк булғандыр: ер йөҙөндә туғандарым да, яҡлаусыларым да юҡ, һеҙҙең һәр ваҡыт миңә яҡшылыҡ теләгәнегеҙҙе һәм теләһә кемгә ярҙам итергә ә$ер тороуығыҙҙы белгәнгә күрә* һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Был хaт нисек булһа ла һеҙгә барып етһен тип, алланан һорайым! Максимыч уны һеҙгә илтеп тапшы­ рырға вәғәҙә итте. Палаша Максимычтан шуны ла ишеткән: ҡ а­ ланан сығып һуғышыусылар араһында ул һеҙҙе алыҫтан йыш ҡына күрә икән, һеҙ үҙегеҙҙе бер ҙә һаҡламайһығыҙ һәм һеҙҙең өсөн күҙ йәштәрен түгеп алланан һораусылар тураһында ла уйламай­ һығыҙ икән. Мин оҙаҡ ауырып яттым; һауыҡҡандан һуң, беҙҙә атайым мәрхүм урынында командир булып тороусы Алексей Иванович отец Герасимде, Пугачевҡа әйтеү менән ҡурҡытып, мине үҙенә бирергә мәжбүр итте. Мин үҙ өйөбөҙҙә ҡарауыл аҫ­ тында йәшәйем. Алексей Иванович мине үҙенә кейәүгә сығырға 33
Закрыть