Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 86.

менән эш итеп бәхет һынауға ҡарағанда, ныҡ таш ҡойма артында туптар менән ышыҡланып ултырыу аҡыллыраҡ булыр, тип иҫәпләнеләр. Ахырҙан генерал, бөтә фекерҙәрҙе тыңлағас, трубкаһының көлөн ҡаҡты ла, түбәндәге телмәрҙе һөйләне: — Ғали йәнәптәрем! Мин һеҙгә шуны белдерергә тейешмен: мин үҙем прапорщик әфәнденең фекеренә тулыһынса ҡушылам, сөнки был фекер сәләмәт так­ тиканың бөтә ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән, ул тактика, һәр ваҡытта тип әйтерлек, һөжүм итеү хәрәкәтен оборона хәрәкәтенән артыҡ күрә.

Шунда ул һүҙенән туҡтаны һәм үҙенең трубкаһына тәмәке тултыра башланы. Минең ғорурлығым тантана итә ине. Чиновниктәргә эре генә ҡарап алдым, улар төҫтәренә ризаһыҙлыҡ һәм тынысһыҙлыҡ билдәләре сығарып, үҙ-ара бышылдап ҡына һөйләшәләр ине.

— Ләкин, ғали йәнәптәр,— тип дауам итте гене­ рал, тәрән көрһөнөү менән бергә ҡуйы тәмәке төтөнө сығарып,— бөйөк императрица хәҙрәттәре, иң мәрхә­ мәтле батшабыҙ тарафынан миңә ышандырып бирел­ гән провинцияның именлеге тураһында һүҙ барған саҡта, мин шул тиклем ҙур яуаплылыҡты үҙ өҫтәмә алырға баҙнат итмәйем. Шулай итеп, мин тауыштар­ ҙың күпселеге менән ризамын, тауыштарҙың күпселе­ ге ҡала эсендә ҡамалыуҙы көтөү һәм дошмандың һө­ жүмен артиллерия көсө менән һәм (мөмкин була ҡал­ һа) крепостән сыҡҡылап һуғышып инеү юлы менән кире ҡайтарыу маҡсатҡа ярашлыраҡ һәм ҡурҡыныс­ һыҙыраҡ тип ҡарар итте.

Чиновниктар үҙ нәүбәттәрендә миңә мыҫҡыллы йылмайып ҡаранылар. Кәңәшмә таралды. Мин хөр­ мәтле һуғышсының йомшаҡлығына борсолмай ҡала алманым: ул, үҙенең фекеренә үҙе ҡаршы килеп, һу­ ғыш эшен белмәгән һәм тәжрибәһеҙ кешеләрҙең феке­ ренә эйәрҙе бит.

Ошо мәшһүр кәңәшмәнән һуң бер нисә көн үткәс, Пугачевтың, үҙ вәғәҙәһенә тоғро булараҡ, Ырымбурға яҡынлашып килгәнен ишеттек. Фетнәселәрҙең ғәскә­ рен мин ҡала стенаһы өҫтөнән күрҙем. Үҙем шаһите булған һуңғы һөжүм ваҡытынан бирле уларҙың һаны миңә унлата артҡан кеүек күренде. Уларҙың инде Пу­ 86
Закрыть