Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 84.

на килтерер. Билдәләнгән сәғәттә мин инде генерал ейәндә инем.

Мин унда ҡала чиновниктәренең береһен, хәтерем яңылышмаһа, таможня1 директорын, глазет2 бишмәт кейгән йыуан һәм ҡыҙыл йөҙлө бер ҡартты осраттым. Ул минән Иван Кузмичтең яҙмышы тураһында һо­ раша башланы. Иван Кузмичте ул ҡоҙа тип атай, һәм өҫтәмә һорауҙар, әхлаҡлылыҡҡа өйрәтә торған иҫкәр­ теүҙәр менән йыш ҡына минең һөйләүемде бүлдерә ине. Уның һүҙҙәре уның һуғыш искусствоһын белеүсе кеше икәнен күрһәтмәһә лә, шулай ҙа, иң кәмендә, зи­ рәк һәм тыумыштан зиһенле былыуын раҫлай ине. Шул арала саҡырылған башҡа кешеләр ҙә йыйылды­ лар. Улар араһында, генералдың үҙенән башҡа, бер генә хәрби кеше лә юҡ ине. Килгән кешеләр бөтәһе лә ултырышҡас Һәм бөтәһенә лә берәр сынаяҡ сәй бирел­ гәс, генерал эштең ниҙән торғанлығын бик асыҡ һәм киң рәүештә аңлатып бирҙе. «Хәҙер, әфәнделәр,— тине ул, һүҙен дауам иттереп,— беҙгә фетнәселәргә ҡаршы нисек хәрәкәт итергә икәнен хәл ҡылырға кәрәк: һ ө- ж ү м и т е ү ю л ы м е н ә н м е , әллә о б о р о н а м е ­ нә н ме х ә р ә к ә т и т е р г ә ? Был ысулдарҙың ҡай- һыһының да яҡшы һәм насар яҡтары бар. һөжүм итеү дошманды тиҙерәк ҡырып бөтөрөүгә күберәк ышаныс бирә; оборона ысулы дөрөҫөрәк һәм ҡурҡынысһыҙы­ раҡ... Шулай итеп, законлы тәртип буйынса, йәғни чи­ не буйынса кесерәктәрҙән башлап, тауыштар йыя баш­ лайбыҙ. Прапорщик әфәнде!— тине ул миңә мөрәжә­ ғәт итеп, һәм һүҙендә дауам итте.— Беҙгә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе рәхим итеп аңлатып бирегеҙ».

Мин урынымдан торҙом һәм, тәүҙә Пугачев һәм уның шайкаһы тураһында ҡыҫҡа ғына һөйләп, само- званецтең тәртипле ғәскәргә ҡаршы торорға хәленән килмәйәсәген әйтеп бирҙем.

Минең фекерем чиновниктәргә һис тә оҡшаманы. Улар минең фекерҙәремә йәш кешенең дыуамаллығы һәм үҙен тота белмәүе тип ҡаранылар. Ризаһыҙлыҡ 1 Т а м о ж н я — ил сигә аша үтә торған тауарҙар өҫтөнән контроль өсөн төҙөлгән учреждение.

2 Г л а з е т — һары йәки аҡ уҡа аралаштырып һуғылған ебәк туҡыма.

84
Закрыть