Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 83.

эшләйҙәр ине. Ҡайһылары нығытма янындағы тәрән соҡорға тулған сүп-сарҙы, бәләкәй арбаларға тейәп, ситкә түгәләр, башҡалары көрәктәр менән ер ҡаҙый­ ҙар; вал өҫтөндә ташсылар кирбес ташыйҙар һәм ҡ а­ ла стенаһын төҙәтәләр ине. Ҡапҡа төбөндә часовой­ ҙар беҙҙе туҡтаттылар һәм паспорттарыбыҙҙы талап иттеләр. Сержант, Белогорск крепосенән килеүемде ишеткәс тә, мине туп-тура генерал йортона алып китте.

Генерал баҡсала ине. Ул, көҙгө елдәрҙән япраҡ­ тарын ҡойоп, яланғас ҡалған алма ағастарын ҡарап йөрөй һәм, ҡарт баҡсасы ярҙамында, уларҙы һаҡ ҡы­ на итеп йылы һалам менән урай ине.

Уның йөҙө күңел тыныслығын, сәләмәтлеген һәм кәйефе яҡшы икәнлеген күрһәтеп тора. Ул минең киле- үемә шатланды һәм үҙем шаһит булған ҡурҡыныслы ваҡиғалар тураһында һораша башланы. Мин уға бө­ тәһен дә һөйләп бирҙем. Ҡарт мине диҡҡәт менән тың- лай-тыңлай ҡоро ботаҡтарҙы ҡырҡа бирҙ;е.«Меҫкен Миронов! — тине ул, мин хәсрәтле хикәйәмде һөйләп бөткәс.— Ҡыҙғанам уны: яҡшы офицер ине. Мадам Миронова ла яҡшы ҡатын ине, ә бәшмәктәр тоҙларға ҡалай оҫта ине! Ә капитан ҡыҙы, Маша ни хәлдә?» Мин уның крепостә поп бисәһе ҡулында ҡалғанлығын әйт­ тем. «Ай, яй, яй!— тине генерал.— Быныһы инде на­ сар, бик насар. Юлбаҫарҙарҙың дисциплинаһына һис ышанырға ярамай. Нәмә эшләр инде ул меҫкен ҡыҙ!» Мин уға, Белогорск крепосе алыҫ түгел, бәлки его пре­ восходительство ундағы меҫкендәрҙе азат итеү өсөн кисекмәҫтән ғәскәр ебәрер, тип яуап бирҙем. Генерал ышанысһыҙ төҫ менән башын сайҡаны. «Ҡарарбыҙ, ҡ а­ рарбыҙ,— тине ул.— Ул турала һөйләшергә өлгөрөр- бөҙ әле. Миңә сәйгә рәхим итеүеңде үтенәм: бөгөн миндә хәрби кәңәшмә буласаҡ, һин беҙгә юнһеҙ Пуга­ чев һәм уның ғәскәре тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр бирә алырһың. Хәҙергә, бар, ял ит».

Мин үҙемә бирелгән һәм инде Савельич хужа бу­ лып алған квартираға киттем һәм түҙемһеҙлек менән билдәләнгән ваҡытты көтә башланым. Яҙмышыма ҙур йоғонто яһарға тейеш булған был кәңәшмәгә минең бармай ҡала алмауымды уҡыусым бик еңел күҙ алды- 6* 83
Закрыть