Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 82.

Юҡты һөйләргә хоҙайҙан ҡурҡыр инең, ҡарт! Илле тин түгел ул, югән шылтырай,— тип яуап ҡайтарҙы.

— Яҡшы,— тинем мин, бәхәсте бүлдереп,— һине ебәргән кешегә минән рәхмәт әйт; ә юғалтҡан илле тинде ҡайтышлай табырға тырыш һәм үҙеңә араҡы­ ға ал.

— Бик рәхмәт, ваше благородие,— тине ул, үҙенең атын бороп, һеҙҙең өсөн аллаға ғүмерем буйы доға ҡылырмын.

Шул һүҙҙәрҙе әйтә-әйтә ул, бер ҡулы менән ҡу­ йынын тотоп, кире сабып китте һәм бер минуттан һуң күҙҙән дә юғалды.

Толопто кейҙем һәм, арттан Савельичте ултыртып* атҡа атландым.

— Бына күрәһеңме, сударь,— тине ҡарт,— мошен- никкә ғариза биреүем юҡҡа ғына булманы: ҡараҡ оялған, ахыры. Башҡорттоң оҙон сираҡлы арыҡ аты менән һарыҡ тиреһенән тегелгән толоп, ул мошенник- тәр беҙҙән талап алған нәмәләрҙең һәм һин үҙең уға бүләк иткән нәмәнең ярты хаҡына ла тормай тороуын* шулай ҙа ярап тора инде: яман эттән бер семтем йөн* тигәндәй, кәрәк булыр әле.

X глава ҠАЛАНЫҢ ҠАМАЛ һ! У Ы Тауҙар, туғайҙарҙы биләп, ул бейектән, Бөркөт төҫлө, ҡала өҫтөнә күҙ йөрөткән. Стан арттарына таҡта түшәп, Килтерергә ҡушҡан төнөн перундарын.

Х е р а с к о в 1.

Ырымбурға яҡынлашҡанда беҙ сәстәре ҡырылып алынған, палач ҡыҫҡыстары менән биттәре йәрәхәт­ ләнгән арестанттар төркөмөн күрҙек. Улар гарнизон инвалидтәре күҙәтеүе аҫтында нығытмалар тирәһендә 1 Э п и г р а ф М. М. Херасковтың «Россия д а» исемле поэма­ һынан алынған. С т а н — лагерь. П е р у н — боронғо гректәрҙең күк күкрәтеү һәм йәшен йәшләтеү аллаһы. Перундар — шиғри образ, туп снарядтәрен аңлатыу өсөн ҡулланылған.

82
Закрыть