Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 81.

Швабриндең күрә алмай торған кешеһе крепостә ҡа- л^, ә самозванец исеменән власте ҡулына алған һәм крепостә башлыҡ булып ҡалған Швабриндең һәр төр­ лө уҫаллыҡҡа барыуы мөмкин ине. Миңә ни эшләргә? Нисек уға ярҙам итергә? Нисек итеп уны яуыз ҡу­ лынан ҡотҡарырға? Бер генә сара тороп ҡалғайны: Белогорск крепосен азат итеүҙе тиҙләтеү һәм мөмкин булған тиклем шуға булышлыҡ итеү өсөн, мин хәҙер үк Ырымбурға китергә ҡарар бирҙем. Поп менән дә, Акулина Памфиловна менән дә хушлаштым, һәм ин­ де үҙемдең ҡатыным тип иҫәпләгән Марья Ивановна- ны ысын күңелдән уға тапшырҙым. Күҙ йәштәремде ағыҙа-ағыҙа, меҫкен ҡыҙҙың ҡулын үптем.

— Хушығыҙ,— тине поп ҡатыны, мине оҙата сы­ ғып,— hay булығыҙ, Петр Андреич. Насип булһа, яҡшы замандар килгәс, күрешербеҙ әле. Беҙҙе онотмағыҙ, йышыраҡ хaт яҙығыҙ. Меҫкен Марья Ивановнаның инде хәҙер һеҙҙән башҡа йыуатыусыһы ла, яҡлаусы­ һы ла юҡ.

Майҙанға сыҡҡас, бер минутҡа ғына туҡталып, дар ағасына ҡараным, уға башымды эйҙем, унан һуң крепостән сығып, минән ҡалышмай барған Савельич менән бергә Ырымбур юлы буйлап киттем.

Мин үҙ уйҙарыма бирелгән килеш бара инем, ҡа­ пыл артта ат тояҡтары тауышын ишеттем. Боролоп ҡараным; күрәм: бер башҡорт атын теҙгененән тотоп, бер казак сабып килә, һәм алыҫтан уҡ миңә ҡул бол­ ғай ине. Мин туҡтаным һәм тиҙҙән уның үҙебеҙҙең урядник икәнен таныным. Ул, сабып килеп етте лә, дтынан төштө һәм, икенсе аттың теҙгенен миңә би­ реп: — Ваше благородие! Атабыҙ һеҙгә бер ат һәм үҙ өҫтөнән һалып тунын бүләк итә (эйәргә һарыҡ тире­ һенән тегелгән толоп бәйләнгәйне). Унан тағы...— тине урядник, тотлоғоп,— ул һеҙгә... илле тин аҡса бүләк итә... ләкин мин уны юлда төшөрөп ҡалдырғанмын, мәрхәмәт күрһәтеп, ғәфү итегеҙ.

Савельич уға ҡырын ҡарап: — Юлда юғалтҡан имеш! Ә ҡуйыныңда нәмә шыл­ тырай һуң? Оятһыҙ! — тип һуҡранды. Урядник аҙ ғы­ на ла уңайһыҙланмайынса: — Минең ҡуйынымда нәмә шылтырай тиһеңме?

-Q Капи г ы ҙ I 81
Закрыть