Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 80.

ғыҙға шөкөр итеп, минең ө с ө н Һ ә м минең егеттәрем ө с ө н аллаға ғүмерең буйы доға ҡылырға тейешһең... Ҡуян толоп! Бирермен мин һиңә ҡуян толопто! Белә­ һеңме һин, толоп тышларға мин тереләтә тиреңде лә һыҙырып алырға ҡушырмын.

— Ихтыярың,— тине Савельич,— ә мин үҙ иркем- дәге кеше түгел, хужамдың әйберҙәре ө с ө н яуап б и ­ рергә тейешмен.

Күрәһең, Пугачевтың шәфҡәтле сағы булғандыр.

Ул боролдо ла, артыҡ бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, китеп барҙы. Швабрин һәм старшиналар уға эйәрҙеләр. Шайка крепостән тәртип менән сыға башланы. Халҡ Пугачевты оҙатып барҙы. Майҙанда мин Савельич менән генә тороп ҡалдым. Дядькам, үҙенең әйберҙәр исемлеген ҡулына тотоп, тәрән үкенес менән уға ҡ а­ рап торҙо.

Пугачев менән минең яҡшы мөнәсәбәттә булыуым- ды күреп, ул унан файҙаланып ҡалырға булған; ләкин уның был аҡыллы ниәте барып сыҡманы. Урынһыҙ ты­ рышлығы өсөн уны әрләй башлағайным да, көлмәй тү­ ҙә алманым.

— Көл, сударь,— тине Савельич,— көл әйҙә; бына бөтә хужалыҡты яңынан ҡора башлаһаҡ, күрербеҙ әле, көлкө булырмы икән.

Марья Ивановна менән күрешер өсөн мин ашығып поп йортона киттем. Поп ҡатыны мине ҡайғылы хәбәр менән ҡаршыланы. Төнөн Марья Ивановна бик ҡаты ауырып киткән икән. Ул, аңын юғалтып, һаташып ята ине. Поп ҡатыны мине уның бүлмәһенә алып кер­ ҙе. Мин әкрен генә уның карауаты эргәһенә барҙым. Уның йөҙөндәге үҙгәреш мине хайран ҡалдырҙы. Ул мине таныманы. Отец Герасимдең дә, уның яҡшы кү­ ңелле ҡатынының да һүҙҙәрен тыңламайынса, Марья Ивановнаның карауаты эргәһендә оҙаҡ ҡына баҫып торҙом.

Отец Герасим менән уның ҡатыны мине йыуатып маташтылар буғай. Мине ҡара уйҙар борсой ине. Асыулы фетнәселәр араһында тороп ҡалған яҡлаусы­ һыҙ меҫкен етем ҡыҙҙың хәле, үҙемдең көсһөҙлөгөм ҡурҡыта ине мине. Швабрин, бөтәһенән дә бигерәк Швабрин, минең йәнемде әрнетә. Бәхетһеҙ ҡыҙ — 80
Закрыть