Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 8.

кисектерергә лә яратмай торғайны. Минең китеү кө­ нөм билдәләнде. Китерҙән бер көн элек, атайым була­ саҡ начальнигемә минең арттан хaт яҙып ебәрергә теләгәнен белдерҙе, һәм ҡауырһын ҡәләм менән ҡағыҙ һорап алды.

— Андрей Петрович,— тине әсәйем,— князь Б.-ға минән сәләм яҙырға онотма; Петрушаны үҙенең мәр­ хәмәтенән ситтә ҡалдырмаҫ тип өмөт итә, тип яҙ.

— Был ниндәй буш һүҙ! — тине атайым, ҡашта­ рын йыйырып.— Ниндәй сәбәп менән мин князь Б.-ға яҙайым?

— һуң һин үҙең, Петрушаның начальнигенә хaт яҙам, тинең дәбаһа.

— Хуш, шунан һуң нәмә?

— Петрушаның начальниге — князь Б. Петруша Семеновский полкка яҙылған бит.

— Яҙылған имеш! Ә уның яҙылған булыуында ми­ нең ни эшем бар? Петруша Петербургка бармаясаҡ. Петербургта хеҙмәт итеп, ул ни нәмәгә өйрәнер? Аҡса туҙҙырырға ла, ҡыҙҙар артынан сабырғамы? Юҡ, әй­ ҙә, армияла хеҙмәт итһен әле, донъяның әсеһен-сөсө- һөн татыһын, дары еҫен еҫкәһен, шаматон 1 түгел, ә һалдат булһын. Гвардияға яҙылған имеш! Паспорты ҡайҙа уның? Ҡана, алып бир!

Әсәйем, миңә исем ҡушҡанда кейҙерелгән күлдәк менән бергә үҙенең шкатулкаһында һаҡлана торған паспортымды эҙләп тапты ла, ҡалтыранған ҡулдары менән уны атайыма бирҙе. Атайым уны диҡҡәт менән уҡып сығып, өҫтәлгә үҙ алдына ҡуйҙы ла үҙенең ха­ тын яҙа башланы.

Беләһе килеү теләге яфалай ине мине: Петербургка булмағас, мине ҡайҙа ебәрәләр икән һуң? Атайым­ дың шаҡтай яй ҡуҙғалған ҡәләменән күҙемде алма­ ным. Ахырҙа ул яҙып бөттө, хатты паспорт менән бер­ гә бер пакетҡа һалып мисәтләне, күҙлеген һалды һәм, мине саҡырып алып: «Бына һиңә минең иҫке иптәшем һәм дуҫым Андрей Карлович Р.-ға яҙылған хaт. һин Ырымбурға уның ҡул аҫтында хеҙмәт итергә бара­ һың»,— тине.

1 Ш а м а т о н — буш, мәғәнәһеҙ кеше.

Закрыть