Обер-секретарь уҡыуында дауам итте.
«Йоҡа йәшел буҫтауҙан тегелгән мундир, ете һум лыҡ» «Аҡ буҫтау салбар, биш һум».
«Голландский киндерҙән тегелгән, манжетле ун ике күлдәк, ун һумлыҡ».
«Сәй һауыт-һабалары менән бер юл һандығы, ике һум да илле тинлек...» — Был ниндәй юҡ-бар? — тип бүлдерҙе Пугачев.— Юл һандыҡтарында һәм манжетле ыштандарҙа минең ни эшем бар?
Савельич тамағын ҡырып алды ла, аңлатма бирә башланы: — Был, атаҡай, рәхим итеп күреп тораһың, ба- риндең яуыздар тарафынан таланған әйберҙәренең исемлеге...
— Ниндәй яуыздар? — тип һораны Пугачев, асыу лы ҡарап.
— Ғәйеплемен: яңылыш әйтеп һалдым,— тине Са вельич.— Яуыздар тип, яуыздар уҡ түгел, ә һинең егеттәрең, аҡтарынып, әйбер-ҡараны алып бөттөләр. Асыуланма: дүрт аяҡлы ат та абына. Уҡып бөтөрөргә ҡуш инде.
— Уҡып бөтөр,— тине Пугачев. Секретарь дауам итте: «Ике юрған, береһе ситса тышлы, икенсеһенең өҫ тө ебәк, аҫты мамыҡтан туҡылған материя, дүрт һум».
«Йөн материя менән тышланған төлкө тун, 40 һум».
«Тағы ла юлаусылар йортонда һеҙҙең, янаптарға бүләк ителгән бәләкәс ҡуян толоп, 15 һум».
— Уныһы нәмә тағы? — Пугачев, ут һымаҡ янып торған күҙҙәрен йылтыратып, ҡысҡырып ебәрҙе.
Йәшермәйем, меҫкен дядькам өсөн мин бик ҡурҡ тым. Ул тағы ла аңлатырға керешмәксе булғайны ла, ләкин Пугачев уны бүлдерҙе: — Шундай юҡ-бар нәмәләр менән миңә килергә һин нисек баҙнат иттең? — тип ҡысҡырҙы ул, секре тарь ҡулынан ҡағыҙҙы тартып алып, һәм уны Савель- ичтең йөҙөнә ташланы.— Алйот ҡарт! Уларҙың әйбер- ҙәрен талағандар имеш: харап ҙур ҡаза икән! һин, ҡартлас, бында миңә ҡарышыусылар менән бер ҡ а тарҙан баринең менән бергә аҫылынып тормағаны 79