Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 78.

нералдарға әйт: бер аҙнанан минең килеүемде көтһөн­ дәр. Уларға мине балаларса яратып һәм тыңлаусан ҡаршыларға кәңәш бир; юғиһә иң ҡаты язанан ҡото­ ла алмаҫтар. Хәйерле юл, ваше благородие!

Шунан һуң ул халҡҡа мөрәжәғәт итте һәм, Шваб- ринде күрһәтеп: — Бына һеҙгә, балаҡайҙар, яңы командир. Уның бөтә һүҙен тыңлағыҙ, ә ул һеҙҙең өсөн һәм крепость өсөн миңә яуап бирә,— тине. Был һүҙҙәрҙе мин ҡотом осоп тыңланым: Швабрин крепость начальниге бул­ ған; Марья Ивановна уның ҡулында тороп ҡаласаҡ! Я алла, уны ниндәй яҙмыш көтә! Пугачев күтәрмәнән төштө. Уға ат килтерҙеләр. Уны атҡа мендерергә те­ ләгән казактарҙы көтмәйенсә, ул йылғыр ғына һике­ реп атланды.

Шул ваҡытта, күрәм, халҡ араһынан минең Са- вельичем килеп сыҡты ла, Пугачевҡа яҡын килеп, уға бер бит ҡағыҙ бирҙе. Был эштән нәмә килеп сы­ ғырын һис уйлап белә алманым. «Был нәмә?» — тине Пугачев эре генә. «Рәхим итеп уҡы, шунан һуң күрер­ һең»,— тине Савельич. Пугачев ҡағыҙҙы алды һәм эре генә ҡиәфәт менән оҙаҡ ҡына ҡараштырҙы, «һин ниңә былай хикмәтле итеп яҙаһың? — тине ул аҙаҡтан.— Беҙҙең нурлы күҙҙәребеҙ бер ни ҙә айыра алмай. Ми­ нең обер-секретарем ҡайҙа?» Капрал мундире кейгән бер йәш егет ашыға-ашыға Пугачев эргәһенә югереп килде. «Ҡысҡырып уҡы»,— тине самозванец, ҡағыҙҙы уға биреп. Дядькамдың Пугачевҡа нәмә тураһында яҙырға уйлағанлығын ми­ нең бик ныҡ белгем килә ине. Обер-секретарь көслө тауыш менән түбәндәге һүҙҙәрҙе ижекләп уҡый баш­ ланы: «Ике халат, береһе миткаль \ икенсеһе буйлы ебәк­ тән, алты һумлыҡ».

— Ул ни тигән һүҙ? — тине Пугачев, ҡаштарын йы­ йырып.

— Артабан уҡырға ҡуш,— тип яуап бирҙе Савель­ ич, тыныс ҡына.

7 1 М и т к а л ь — ябай кизе-мамыҡ туҡымаһы, биҙәк төшөрөл­ мәгән ситса.

78
Закрыть