Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 76.

Пугачев уйға ҡалды.

— Әгәр ебәрһәм,— тине ул,— һис юғында миңә ҡаршы хеҙмәт итмәҫкә вәғәҙә бирәһеңме?

— Нисек һиңә мин ундай вәғәҙә бирә алайым? — тинем мин.— Мин үҙ иркемдәге кеше түгел икәнен үҙең дә беләһең: һиңә ҡаршы барырға ҡушалар икән — бер ни эшләр хәл юҡ, барасаҡмын. Хәҙер һин үҙең дә начальникһең: һин үҙеңдекеләрҙең буйһоноуҙарын талап итәһең. Минең хеҙмәтем кәрәк булған саҡта, мин хеҙмәттән баш тартһам, ул нәмәгә ярай? Минең башым һинең иркеңдә: мине ебәрәһең икән — рәхмәт; язалап үлтерәһең икән — һине алла үҙе хөкөм итһен; ә мин һиңә дөрөҫөн әйттем.

Минең ысын күңелдән һөйләүем Пугачевты хайран ҡалдырҙы.

— Шулай булһын әйҙә,— тине ул, минең яурыныма һуғып.— Язалағас — язаларға, ғәфү иткәс — ғәфү итергә кәрәк. Дүрт яғың ҡибла, теләһәң ни эшлә! Ир­ тәгә минең менән хушлашырға кил, ә хәҙер өйөңә ҡай- тып йоҡла, мине лә йоҡо баҫа башланы.

Мин Пугачев эргәһенән урамға сыҡтым. Төн ты­ мыҡ һәм һалҡын ине. Ай һәм йондоҙҙар, майҙанды һәм дар ағасын яҡтыртып, балҡыйҙар. Крепостә ты­ ныс һәм ҡараңғы ине. Тик ҡабаҡта ғына яҡты һәм һуңға ҡалып күңел асыусыларҙың тауыштары ишете­ лә. Мин поп өйөнә ҡарап алдым. Тәҙрә ҡапҡастары һәм ҡапҡа бикләнгәйне. Унда бөтә нәмә лә тыныс һымаҡ.

Үҙемдең квартирама ҡайттым. Савельич мин юҡ­ лыҡтан ҡайғырып ултыра ине. Минең ирктә булыуым- ды күреп, ул әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуанды.

— Я алла, һиңә шөкөр итәм! — тине ул суҡына- суҡына.— Яҡтырғас та крепосте ҡалдырып, күҙебеҙ ҡараған яҡҡа китербеҙ. Мин һиңә әҙ-мәҙ ашарға әҙер­ ләнем; тамағыңа аша ла, атаҡай, һис ниҙән шиклән­ мәйенсә, иртәнгә тиклем йоҡла.

Мин уның кәңәшен тоттом һәм, ҙур аппетит менән ашап алғас, рухым да, тәнем дә арыған хәлдә, ҡаҡ иҙәнгә ятып йоҡоға талдым.

Закрыть