Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 75.

— һин нәмәгә йылмаяһың? — тип һораны ул, ҡаш­ тарын йыйырып.— Әллә һин минең бөйөк батша икән­ легемә ышанмайһыңмы? Туп-тура яуап бир!

Мин аптырап ҡалдым. Берәҙәкте батша тип таный алмай инем мин: ул миңә ғәфү ителмәҫлек ҡурҡаҡ­ лыҡ булып күренде. Күҙенә ҡарап, уны ялғансы тип атау — үҙеңде һәләк итеү булыр ине; бөтә халҡ ал­ дында һәм асыуымдың беренсе ялҡынланған сағында дар ағасы аҫтында үлергә әҙер булһам да, хәҙер үлем­ гә барыу миңә файҙаһыҙ; бер маҡтаныу кеүек булып тойолдо. Мин икеләндем. Пугачев ҡараңғы сырай менән минең яуабымды көттө. Ахырҙа (хәҙер ҙә әле мин был минутты ҡәнәғәтлек менән иҫемә төшөрәм), үҙ бурысымды үтәү хистәре миндә кешеләрҙә була торған йомшаҡлыҡты еңде. Мин Пугачевҡа: — Тыңла: һиңә бөтә дөрөҫлөктө әйтәм. Үҙең уйлап ҡара, мин һине батша тип таный аламмы? һин аңлы, зирәк кеше; үҙең үк минең хәйләләгәнде күреп алыр инең,— тинем.

— һинең аңлауыңса, мин кем һуң?

— Алла белә һине; ләкин һин кем генә булһаң да, ҡурҡыныслы уйын уйнайһың.

Пугачев тиҙ генә миңә ҡарап алды.

— Шулай,— тине ул,— һин минең батша Петр Федорович булыуыма ышанмайһың икән? йә, ярай. Ә йөрәкле егеттең юлы уңмаймы ни? Борон заманда Гришка Отреңьев 1 батшалыҡ итмәгәнме ни? Минең хаҡымда теләһәң нәмә уйла, ә минән ҡалма. Башҡа­ һында һинең ни эшең бар? Поп кем генә булһа ла, уны батька тип йөрөтәләр. Миңә ышаныслы һәм тоғролоҡ менән хеҙмәт ит, ә мин һине фельдмаршал да, кенәз дә итермен. Нисек уйлайһың һин?

— Юҡ,— тинем мин ҡатылыҡ менән.— Мин нәҫел­ дән килгән дворян; мин императрица хәҙрәттәренә ант иткән кеше: һиңә хеҙмәт итә алмайым, һин ысынлап та миңә яҡшылыҡ теләйһең икән, ул сағында мине Ырымбурға ебәр.

1 Г р и ш к а О т р е п ь е в — 1604 йылда килеп сыҡҡан само- званецте, Польша пандары ялсыһын, замандаштары шулай тип атағандар. Ул үҙен Иван Грозныйҙың улы Дмитрий тип иғлан иткән. Ул тарихтә ялған Дмитрий I исеме менән билдәле.

75
Закрыть