Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 74.

Арҡыры ағасы ла беркетелгән булыр Бейек кенә ике бағана араһында.

Дар ағасында аҫып үлтереүгә хөкөм ителгән ке­ шеләр тарафынан йырлана торған был ябай халҡ йырының миңә ниндәй тәьҫир ҡалдырғанлығын һөйләп биреү мөмкин түгел. Уларҙың дәһшәтле йөҙҙәре, ма­ тур тауыштары, былай ҙа тәьҫирле булған һүҙҙәрҙе моңло итеп сығарыуҙары — былар бөтәһе лә мине ниндәйҙер шиғри бер дәһшәт менән тетрәттеләр.

Ҡунаҡтар тағы берәр стакан эстеләр ҙә, өҫтәл эргәһенән торҙолар һәм Пугачев менән хушлаштылар. Мин улар артынан китергә теләнем, ләкин Пугачев миңә: «Ултыр, һинең менән һөйләшергә теләйем»,— тине. Беҙ икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдыҡ.

Беҙҙең бер-беребеҙгә өндәшмәй тороуыбыҙ бер ни­ сә минут дауам итте. Ғәжәп бер мутлыҡ һәм мыҫҡыл­ лы көлөү ҡиәфәте менән һул күҙен һирәк-һаяҡ ҡыҫ­ ҡылап, Пугачев миңә текләп ҡарап торҙо. Ахырҙа ул шундай бер эскерһеҙ һәм шат күңел менән көлөп ебәр­ ҙе, мин дә, уға ҡарап, ниңә икәнен үҙем дә белмәҫтән, көлә башланым.

— Ни хәл, ваше благородие? — тине ул миңә.— Ысынын ғына әйт: минең егеттәр муйыныңа боғалаҡ һалғас, шөрләнең бит? Моғайын, йәнең табаныңа төш­ кәндер әле... Әгәр хеҙмәтсең булмаған булһа, дар ағасында сайҡалып торор инең инде. Ҡартласты мин шунда уҡ таныным. Р1ә, ваше благородие, һине юлау­ сылар йортона илткән кешенең үҙе бөйөк батша бу­ лыр тип уйлағайныңмы? (Шул саҡ ул үҙенә эре һәм серле бер төҫ бирҙе.) һин минең алдымда бик ҙур ғәйеплеһең,— тине ул, һүҙендә дауам итеп,— ләкин һи­ нең яҡшылығың өсөн, дошмандарымдан йәшеренеп йөрөргә мәжбүр булған сағымда миңә хеҙмәт күрһәт­ кәнең өсөн, һине ғәфү иттем. Күрәһең, улай ғынамы булыр әле! Государствомды ҡулыма алғас, һине бы­ лай ғына бүләкләрменме әле! Миңә ысын күңелдән хеҙмәт итергә вәғәҙә бирәһеңме?

Мошенниктең һорауы һәм уның оятһыҙлығы миңә шундай мәҙәк тойолдо, мин йылмаймайынса ҡала ал­ маным.

74
Закрыть