тәштәрсә эш итәләр һәм үҙҙәренең башлыҡтарына һис бер төрлө айырым хөрмәт күрһәтмәйҙәр, һөйләшеү иртәнге һөжүм, баш күтәреүҙең уңышы һәм артабан ғы хәрәкәттәр тураһында бара ине. һәр кем маҡтана, үҙенең фекерен тәҡдим итә һәм Пугачевтың фекере менән иркен рәүештә бәхәсләшә ине. һәм ошо ғәжәп бер хәрби кәңәшмәлә Ырымбурға барырға ҡарар сы ғарылды: был бик тәүәккәл хәрәкәт ине һәм ул саҡ ҡына һәләкәтле уңыш менән тамамланмай ҡалды! Поход иртәгәге көнгә билдәләнде, «йәгеҙ, туғандар! — тине Пугачев,— йоҡо алдынан мин ярата торған йыр ҙы йырлап алайыҡ әле. Чумаков 1 башла!» Минең күр шем моңло бурлак йырын нескә генә тауыш менән баш лап ебәрҙе һәм бөтәһе лә хор менән уға ҡушылдылар: Шауламаҫы, йәшел урман, һай, шаулама, Ирк бир: йәш батыр уйға тала.
Иртән мин йәш батырҙан допрос алыныр, Ҡаты судьям минең батша үҙе булыр.
Батша үҙе шунда минән һорар: Юлдаштарыңды күрһәт, кемдәр улар, Кемдәр менән бергә урлаштың һәм юлдар баҫтың, Күп инеме иптәштәрең, — һөйлә барыһын. Таянысым-батшам мин барыһын да әйтермен, Ысын дөрөҫлөк, хәҡиҡәтте күрһәтермен.
Әйтермен мин: иптәштәрем минең дүртәү ине: Береһе булды уның — ҡараңғы тән, Икенсеһе иптәш булды миңә шәп хәнйәрем, Өсөнсөһө — минең тоғро арғымағым, Дүртенсе иптәш — ныҡ тартылған уҡ-һаҙағым. Ҡыҙҙырылған уҡтар булды илселәрем. Таянысым-батшам шунда яуап бирер: Маҡтайым һине, крәҫтиән улы, тиер, Урлай белдең— яуабын да тота белдең!
Шуның өсөн һиңә бүләк итәм, тиер ул Бейек һарай киң ҡырҙарҙың уртаһында, 1 Ч у м а к о в , Ф е д о р — Яйыҡ казагы, Пугачев армияһын да артиллерия башлығы, һуңынан, хыянат итеп, Пугачевты хө күмәт ҡулына тотоп биргән кеше. Хөкүмәт Чумаковты казак исеменән мәхрүм итә һәм Рига губернаторы ҡарамағына һөргөн гә ебәрә.
73