биш тин аҡса ҙурлығында ике башлы ҡарағош, ә икенсе яғында — үҙенең затлы һыны төшөрөлгән, ти.
Казактың фекеренә ҡаршы бәхәсләшеүҙе кәрәк тапманым. Пугачев менән буласаҡ күрешеүемде ал дан уҡ күҙ алдыма килтереп һәм уның ни менән бө- тәсәген алдан уҡ белергә тырышып, казак менән бер гә комендант өйөнә киттем. Минең бөтөнләй һалҡын ҡанлы булмағанлығымды уҡыусым бик еңел күҙ ал дына килтерә алыр.
Мин комендант өйөнә килеп еткәндә,, ҡараңғы тө шә башлағайны. Дар ағасы үҙенең ҡорбандары менән ҡот осҡос булып ҡарайып тора; бисара комендант ҡатынының кәүҙәһе һаман да күтәрмә аҫтында аунап ята, ә өй янында ике казак ҡарауылда тора. Мине алып килгән казак минең килеүем тураһында әйтергә китте һәм, шунда уҡ боролоп сығып, мине бүлмәгә алып инде. Бер көн элек кенә был бүлмәлә мин Марья Ивановна менән шундай нескә хистәргә бирелеп һау буллашҡайным.
Ғәҙәттән тыш бер күренеш күҙ алдыма килеп баҫ ты. Ашъяулыҡ ябылған һәм штофтар, стакандар менән тулған өҫтәл тирәһендә Пугачев һәм казак старшина ларынан унлап кеше ултырған; улар баштарына бүрк һәм өҫтәренә төрлө төҫтәге күлдәктәр кейгәндәр, ара ҡы эсеп ҡыҙып алғандар, үҙҙәренең биттәре ҡыҙарған һәм күҙҙәре йылтырай ине. Яңы хыянатсыларҙан Швабрин дә, беҙҙең урядник тә улар араһында юҡ ине. «А, ваше благородие! — тине Пугачев, мине күреп: — хуш килдең, түрҙән уҙ, рәхим итеүеңде һорайбыҙ». Та бындағылар, тығыҙланыбыраҡ ултырып, миңә урын бирҙеләр. Мин өндәшмәйенсә генә өҫтәл ситенә барып ултырҙым. Минең күршем, йәш, зифа буйлы һәм һы лыу казак, миңә бер стакан ябай араҡы һалып бирҙе, ләкин мин уға ҡағылманым. Мәжлесте ҡыҙыҡһынып ҡарай башланым. Пугачев, терһәктәре менән өҫтәлгә таянып һәм үҙенең ҙур йоҙроғо менән ҡара һаҡалын тотоп, иң түрҙә ултыра ине. Уның йөҙө яғымлы һәм килешле, ярайһы уҡ матур, йыртҡыслыҡтың эҙе лә юҡ. Илле йәштәрҙәге бер кешегә ул йыш ҡына әле граф, әле Тимофеич тип мөрәжәғәт итә, ә ҡайһы саҡта уны ағай тип ололай ине. Улар бөтәһе лә үҙ-ара ип 72