Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 71.

Мин бик ғәжәпләндем. Ысынлап та Пугачев менән минең юл күрһәтеүсемдең бер-береһенә оҡшашлығы иҫ китерлек дәрәжәлә ине. Пугачевтың һәм теге юл­ сының бер үк кеше булғанлығына ышандым, һәм шул саҡта миңә мәрхәмәт күрһәтелеүенең сәбәбенә төшөн­ дөм. Ваҡиғаларҙың сәйер бер рәүештә сырмалыуына ғәжәпләнмәй ҡала алманым: берәҙәккә бүләк итеп бирелгән бала сағымдағы толобом мине аҫылыуҙан ҡотҡара, һәм юлаусылар йортонда һөйрәлеп йөрөгән бер иҫерек баш крепостәрҙе ҡамай һәм государство- ны тетрәтә!

— Ашарға теләйһеңме? — тип һораны, үҙенең ғә­ ҙәттәрен бер ваҡытта ла үҙгәртмәй торған Савельич.— Өйҙә бер ни ҙә юҡ; сығып эҙләштереп ҡарайым әле, һиңә ни ҙә булһа әҙерләрмен.

Бер үҙем ҡалғас, төрлө уйҙарға сумдым. Миңә ни эшләргә икән? Был яуыз ҡул аҫтындағы крепостә ҡалыу, йәки уның шайкаһына эйәреү офицергә килеш­ мәй ине. Ватаным ауыр хәлдә ҡалған мәлдә минең бурысым — минең хеҙмәтем уға файҙалы булырҙай урынға барыуымды талап итә... Ләкин мөхәббәтем миңә Марья Ивановна янында ҡалырға, уның яҡлау­ сыһы һәм ярҙамсыһы булырға ҡуша ине. Ваҡиғалар­ ҙың тиҙҙән һәм шикһеҙ үҙгәрәсәген алдан күрһәм дә, Марья Ивановнаның хәле ҡурҡыныслы булыуын күҙ алдыма килтереп, ҡалтыранып китә инем.

Бер казак килеп инде лә уйҙарымды бүлде. Ул: «Бөйөк государь һине үҙенә саҡыра»,— тип әйтергә килгәйне. Мин, уның ҡушыуына буйһонорға әҙерлә­ неп: «Ҡайҙа һуң ул?» — тип һораным.

— Комендант өйөндә,— тине казак.— Төшкө аш­ тан һуң атаҡайыбыҙ мунсаға барғайны, ә хәҙер ял итә. Әй, ваше благородие, уның затлы кеше икәнлеге бөтә нәмәнән күренеп тора: төшкө аш ваҡытында ҡыҙҙы­ рылған ике сусҡа балаһын бер үҙе ашап бөттө, ә мун­ сала шундайын да пар һалып сабына икән, хатта Тарас Курочкин дә сыҙамаған, миндекте Фомка Бик- баевҡа биргән дә, һалҡын һыу ҡойоноп көскә хәл ал­ ған. Әйтеп тораһы ла юҡ: бөтә ҡыланыштары шундай эре... Ә мунсала, әйтеүҙәренә ҡарағанда, үҙенең бат­ шалыҡ билдәләрен күрһәткән: күкрәгенең бер яғында 71
Закрыть