түңәрәкләтеп ҡырҡтырған 1 бит һәм хәҙер беҙҙә шулар менән бергә типтерә! Етеҙ икән, әйтеп тораһы ла юҡ! Туғанымдың ауырыу ҡыҙы тип әйткән генә инем, ул, ышанаһыңмы, миңә шундай итеп ҡараны, үтәнән-үтә бысаҡ ҡаҙаған һымаҡ булды; шулай ҙа әйтмәне, шу ныһы өсөн дә уға рәхмәт инде.— Шул минутта ҡунаҡ тарҙың иҫерек ҡысҡырыштары һәм отец Герасимден тауышы ишетелде. Ҡунаҡтар араҡы һорайҙар, хужа үҙенең ҡатынын саҡыра ине. Поп ҡатыны ҡабалана башланы. «Өйөгөҙгә ҡайтығыҙ, Петр Андреич,— тине ул,— хәҙер һеҙҙең менән һөйләшергә ваҡыт юҡ; яуыз дар туҡтауһыҙ әсәләр. Иҫерек саҡтарында ҡулдары на эләкһәгеҙ, харап булырһығыҙ. Хушығыҙ, Петр Ан дреич. Ни булһа, шул булыр; бәлки алла үҙ мәрхәмә тенән ташламаҫ әле!» Поп ҡатыны китте. Бер аҙ тынысланып, мин үҙ квартирама юнәлдем. Майҙан янынан үтеп барғанда мин бер нисә башҡортто күрҙем, улар дар ағасы ти рәһендә ҡайнашалар һәм аҫылған кешеләрҙең итек тәрен һалдыралар ине; яҡлашыуҙың файҙаһыҙлығын аңлап, асыуымдың ташыуын ҡыйынлыҡ менән генә тыйып ҡалдым. Крепость эсендә, офицерҙәрҙең өйҙә рен талап, юлбаҫарҙар югереп йөрөйҙәр, һәр ерҙә эсеп йөрөүсе фетнәселәр шау-шыуы ишетелә ине. Мин өйгә ҡайттым. Савельич мине ишек төбөндә ҡаршыланы. «Аллаға шөкөр! — тип ҡысҡырып ебәрҙе ул, мине күр гәс.— Яуыздар һине тағы тотоп алғандарҙыр тип уй лағайным. Эй, атаҡай Петр Андреич! Ышанаһыңмы? Мошенниктәр беҙҙең бөтә нәмәләребеҙҙе: кейем-һа лымды, әйбер-ҡаралдыларҙы, һауыт-һабаларҙы талап сыҡтылар — бер нәмәне лә ҡалдырманылар! Ни эш ләйһең инде! Аллаға шөкөр, һине иҫән ҡалдырҙылар. Ә, һин, сударь, атаманды таныныңмы?» — Юҡ, таныманым; кем һуң ул?
— Нисек таныманың инде, атаҡай? Юлаусылар йортонда һинең толобоңдо алдаштырып алып ҡалған иҫерек башты оноттоң дамы ни? Ҡуян толоп бөтөнләй яңы ине, ә ул, яуыз, уны өҫтөнә көсләп кейеп, айырҙы ла сығарҙы!
1 Һаҡал йөрөтөү һәм сәсте түңәрәкләп ҡырҡтырыу расколь- никтәр яҡлы булыуҙың тышҡы билдәһе һаналған.
70
— Нисек таныманың инде, атаҡай? Юлаусылар йортонда һинең толобоңдо алдаштырып алып ҡалған иҫерек башты оноттоң дамы ни? Ҡуян толоп бөтөнләй яңы ине, ә ул, яуыз, уны өҫтөнә көсләп кейеп, айырҙы ла сығарҙы!
1 Һаҡал йөрөтөү һәм сәсте түңәрәкләп ҡырҡтырыу расколь- никтәр яҡлы булыуҙың тышҡы билдәһе һаналған.
70