Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 7.

ғәжәп дәрәжәлә уның һарыуын ҡайната торғайны. Уның бөтә ғәҙәт һәм холҡон яҡшы белгәнгә күрә, әсә­ йем был бәхетһеҙ китапты һәр ваҡыт мөмкин тиклем алыҫҡараҡ йәшерергә тырыша, һәм шулай итеп, При­ дворный календарь ҡайһы бер ваҡытта айҙар буйына атайымдың күҙенә салынмай. Уның ҡарауы, әгәр ул календарҙе осраҡлы рәүештә табып ала ҡалһа, ул саҡта инде уны сәғәттәр буйына ҡулынан төшөрмәй уҡый. Шулай итеп, атайым Придворный календәрҙе уҡый, ара-тирә яурындарын күтәргеләп ҡуя һәм әкрен генә тауыш менән йыш ҡына: «Генерал-поручик!.. 1 Ул минең ротамда сержант ине бит!.. Россия ордендәренең икеһенең дә кавалере!..2 Ә күптән генәме әле беҙ...» — тип ҡабатлай ине. Ахырҙа атайым календарҙе диванға ырғытты ла уйға сумды. Был һис тә хәйерлегә тү­ гел ине.

Ҡапыл ул әсәйемдән: «Авдотья Васильевна, Петру- шаға нисә йәш?»— тип һораны.

— Бына ун етегә сыҡты инде,— тип яуап бирҙе әсәйем.— Петруша тап Настасья Герасимовна апай ҡылыйланған йылда тыуғайны, ул саҡта әле...

— Яҡшы,— тине атайым, әсәйемдеи, һүҙен бүлде­ реп,— уны хеҙмәткә ебәрергә ваҡыт. Ҡыҙҙар бүлмәһе­ нә инеп шаярыуҙарҙан һәм күгәрсен ояларына менеп йөрөүҙән туҡтарға ваҡыт уға.

Тиҙ арала минән айырылыу фекере әсәйемде шул тиклем ҡаушатҡайны, ул хатта ҡулындағы ҡалағын кастрюль эсенә төшөрөп ебәрҙе һәм уның бите буйлап күҙ йәштәре тәгәрәй башланы. Уның ҡарауы, мин бы­ ға һөйләп бирә алмаҫлыҡ дәрәжәлә шатландым. Хеҙ­ мәт тураһындағы фекер миндә ирк, Петербург тормо­ шоноң ҡыҙыҡтары хаҡындағы уйҙар менән ҡушылды. Мин үҙемде гвардия офицере итеп күҙ алдыма килтер­ ҙем, был, минең уйымса, кеше тормошондағы иң ҙур бәхет ине.

Атайым үҙ уйҙарын үҙгәртергә лә, уларҙы үтәүҙе 1 Г е н е р а л-п о р у ч и к — иҫке генерал чиндәренең береһе.

2 К а в а л е р — орден менән наградланған кеше, Р о с с и я - н ы ң и к е о р д е н е — бында «Андрей Первозванный» ордене һәм «Александр Невский» ордене күҙ уңында тотола.

7
Закрыть