Поп бисәһендә! — тип ҡысҡырып ебәрҙем мин, ҡотом осоп.— Я хоҙай! Пугачев үҙе унда бит.
Мин бүлмәнән атылып сығып киттем, күҙ асып йомғансы урамға барып сыҡтым һәм, бер нәмәне лә күрмәйенсә, һиҙмәйенсә, дыуамалланып, поп өйөнә югерҙем. Унда ҡысҡырыш, хахылдап көлөшөү һәм йырлау тауыштары ишетелә... Пугачев үҙенең ип тәштәре менән байрам итә ине. Палаша ла минең арттан югереп килеп етте. Акулина Памфиловнаны һиҙҙермәй генә саҡырып сығарырға ҡушып, уны эскә индереп ебәрҙем. Бер минут үтеүгә поп ҡатыны, ҡу лына буш штоф тотоп, минең яныма соланға сыҡты.
— Алла хаҡы өсөн әйтегеҙ! Марья Ивановна ҡай ҙ а ? — тип һораным мин, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бор солоу менән.
— Күгәрсенкәйем, бүлмәлә, ширма артында минең карауатымда ята,— тине поп ҡатыны.— Әй, Петр Ан дреич, саҡ ҡына бәлә сыҡмай ҡалды, ләкин, аллаға шөкөр, бөтәһе лә имен үтеп китте: яуыз ашарға ғына ултырғайны, бахырҡайым, уянып ыңғыраша башлама һынмы!.. Ҡотом алынды. Ул ишетте лә: «Ә һиндә кем ыңғыраша, ҡарсыҡ?» — ти. Мин ул яуыз алдында бил гә тиклем эйелдем: ул минең бер туғанымдың ҡыҙы, государь, ауырып ята, бына инде икенсе аҙна була, тим.— «Ә туғаныңдың ҡыҙы йәшме?» — йәш, госу дарь»— тим. «Күрһәт әле миңә, ҡарсыҡ, туғаныңдың ҡыҙын».— йөрәгем жу итеп китте, ләкин бер ни эш ләр хәл юҡ ине. «Рәхим ит, государь, ләкин ҡыҙ уры нынан тора һәм һеҙҙең йәнәптәрегеҙ янына килә ал май шул»,— мин әйтәм.— «Зарар юҡ, ҡарсыҡ, мин үҙем дә барып ҡарармын» — ти. Ләғнәт төшкән нәмә ширма артына инде бит; һин нисек уйлайһың! Шар шауҙы тартып, үҙенең ҡарсыға күҙҙәре менән ҡараны, ярай әле..., алла һаҡланы. Ә ышанаһыңмы, мин үҙем дә, минең ҡартым да, ғазаплы үлемгә әҙерләнгәйнек инде. Бәхеткә ҡаршы, Машаны — күгәрсенкәйемде та; ныманы. И хоҙайым, ниҙәр генә күрәбеҙ! Әйтерлек тә түгел! Бахыр Иван Кузмич! Шулай булыр тип кем уйлаған!.. Ә Василиса Егоровна һуң? Ә Иван Иг натьич? Уны ни өсөн?., һеҙҙе нисек ҡотҡарҙылар? Ә Швабрин, Алексей Иваныч, ни эшләне бит? Сәсен 69