Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 68.

V III глава САҠЫРЫЛМАҒАН Ҡ У Н А Ҡ Саҡырылмаған ҡунаҡ татарҙан да яманыраҡ.

М ә ҡ ә л .

Майҙан бушап ҡалды. Мин һаман да бер урында баҫҡан килеш торам, шундай ҡот осҡос тәьҫирҙәр менән сыуалған уйҙарымды тәртипкә килтерә ал­ майым.

Марья Ивановна яҙмышының билдәһеҙлеге мине бөтәһенән дә артығыраҡ ғазаплай ине. Ул ҡайҙа? Уның хәле нисек икән? йәшеренергә өлгөрҙөмө икән? Урыны ышаныслымы икән?.. Тынысһыҙ уйҙарға сумып, комендант ө й ө н ә индем... Өй буп-буш ҡалған; ултыр: ғыстар, өҫтәлдәр, һандыҡтар ватылып бөткән; һауыт- һаба ҡыйратылған; бөтә нәмәләрҙе ташып-урлап бө­ төргәндәр. Бәләкәй баҫҡыс буйлап сарҙаҡҡа югерҙем һәм, ғүмеремдә беренсе тапҡыр, Марья Ивановна бүл­ мәһенә индем. Уның урын-ере юлбаҫарҙар тарафынан аҡтарылып ташланғайны. Шкаф ватылған һәм та­ ланған; буш ҡалған кивот 1 алдындағы тәре шәме әле һаман да янып тора. Стенаға элеп ҡуйылған бәләкәй көҙгө лә иҫән ҡалған... Был йыйнаҡ ҡына ҡыҙҙар бүлмәһенең хужаһы ҡайҙа икән? Башыма ҡурҡыныс уй килеп төштө: уны юлбаҫарҙар ҡулында итеп күҙ алдыма килтерҙем... йөрәгем ҡыҫылды... Әсе күҙ йәш­ тәре менән иланым һәм һөйөклөмдөң исемен ҡысҡы­ рып әйттем... Шул минутта еңелсә ҡыштырҙау ише­ телде һәм шкаф артынан төҫө ҡасҡан, ҡалтыранған Палаша килеп сыҡты.

— Ах, Петр Андреич!— тине ул ҡулдарын йәйеп ебәреп.— Ниндәй көн! Ниндәй ҡот осорлоҡ хәлдәр!..

— Ә Марья Ивановна ҡайҙа? — тип һораным мин түҙемһеҙләнеп.— Марья Ивановна ни хәлдә?

— Туташ иҫән-һау,— тине Палаша.— Ул Акулина Памфиловналарҙа йәшеренде.

1 К и в о т — иконалар (тәреләр) ҡуйыу өсөн эшләнгән урын.

68
Закрыть