лығын һелкте, һәм яҡшы күңелле поручикте лә үҙенең ҡарт начальниге эргәһенә аҫып ҡуйҙылар.
Нәүбәт миңә етте. Намыҫлы, ҡыйыу иптәштәремдең һүҙҙәрен ҡабатларға әҙерләнеп, Пугачевҡа ҡурҡмай ҡараным. Шул саҡта, фетнәселәрҙең старшиналары араһында Швабринде күреп, әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ дәрәжәлә ғәжәпләндем. Уның сәсе түңәрәкләп ҡыр ҡылған, ә өҫтөндә казак бишмәте ине... Ул Пугачев ҡа яҡын килде лә, уның ҡолағына бер нисә һүҙ әйтте. «Аҫырға уны!» — тине Пугачев, миңә инде ҡарап та торманы. Минең муйыныма боғалаҡ һалдылар. Мин булған барлыҡ гөнаһтарым өсөн ысын йөрәктән хәс рәтләнеп, күңелемә яҡын барлыҡ кешеләрҙең бөтәһен дә алланың ярлыҡауын һорап, ауыҙ әсемдән генә доға уҡый башланым. Мине дар ағасы аҫтына килтерҙе ләр. Ихтимал, ысындан да миңә ҡыйыулыҡ бирергә теләптер, аҫыусылар миңә: «Ҡурҡма, ҡурҡма» — тип бер нисә тапҡыр ҡабатланылар. Ҡапыл: «Туҡтағыҙ, ләғнәт төшкәндәр! Туҡтағыҙ!..» — тип ҡысҡырған та уыш ишеттем. Палачтар туҡтанылар. Ҡараһам: Са вельич Пугачевтың аяғына йығылған. Меҫкен дядька: «Туған атайым! Барин балаһын үлтереүҙән һиңә ни мә? Ебәр һин уны; уның өсөн һиңә аҡса түләрҙәр; ә ғибрәт булһын һәм ҡурҡытыр өсөн тиһәң, мин ҡарт ласты булһа ла аҫырға ҡуш!» — тип ялуара ине. Пуга чев ишара яһаны, һәм шунда уҡ ҡулдарымды сисеп, мине тыныслыҡта ҡалдырҙылар. «Атаҡайыбыҙ һине ғәфү итә»,— тинеләр миңә. Был минутта, мин үҙемдең ҡотолоуыма шатландым тип тә, шулай уҡ уның өсөн ҡайғырҙым тип тә әйтә алмайым. Минең хистәрем бик буталсыҡ ине. Яңынан мине самозванецкә алып кил деләр һәм уның ҡаршыһына теҙләндерҙеләр. Пугачев миңә үҙенең тамырҙары беленеп торған ҡулын һуҙҙы. «Ҡулын үп, ҡулын үп!»— тинеләр минең тирәмдәге кешеләр. Ләкин мин бындай әшәке түбәнлеккә ҡара ғанда, иң ғазаплы үлем язаһын да артығыраҡ күрер инем. «Атаҡайым, Петр Андреич! — тине артымда тор ған Савельич шыбырҙап ҡына һәм мине төрткөләп.— Ҡарышма! Уны үпкәндән һиңә ни була? Төкөр ҙә үп ҡулын шул яуыз... (тфү) үп ҡулын уның». Мин ҡуҙ ғалманым. Пугачев ҡулын төшөрҙө һәм мыҫҡыллы 66