Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 65.

сыға башланылар. Сиркәү саңдары яңғыраны. Ҡапыл халҡ төркөмөндә, батша майҙанда әсирҙәрҙе көтә һәм ант иттерә, тип ҡысҡырырға тотондолар. Халҡ май­ ҙанға ағылды; беҙҙе лә шунда ҡыуып алып кит­ теләр.

Пугачев комендант өйөнөң күтәрмәһендә йомшаҡ урындыҡта ултыра ине. Уның өҫтөндә уҡалы таҫма тотоп тегелгән ҡыҙыл тышлы казак бишмәте, кеш ме­ хынан тегелгән, алтын уҡа суҡлы оҙон бүрк уның йыл­ тырап торған күҙҙәре өҫтөнә төшөрөп кейелгәйне. Уның йөҙә миңә таныш һымаҡ тойолдо. Казак стар­ шиналары уны әйләндереп алғайнылар. Ағарынған һәм ҡалтыранған отец Герасим күтәрмә янында ҡулына тәре тотоп тора һәм алда буласаҡ ҡорбандарҙы яһат­ маҫ өсөн Пугачевҡа өнһөҙ-ниһеҙ генә ялына-ялуара һымаҡ күренә ине. Майҙанда ашыҡ-бошоҡ ҡына дар ағасы яһап ҡуйҙылар. Беҙ яҡынлашҡас, башҡорттар халҡты ситкә ҡыуып ебәрҙеләр ҙә, беҙҙе Пугачев ал­ дына килтереп баҫтырҙылар. Сиркәү саңдары туҡтал­ ды, тәрән тынлыҡ урынлашты. «Ҡайһыһы комен­ дант?:» — тип һораны самозванец. Беҙҙең урядник халҡ араһынан сыҡты ла Иван Кузмичте күрһәтте. Пуга­ чев ҡартҡа уҫал итеп ҡараны ла: «Нисек һин миңә, үҙеңдең батшаңа ҡаршы торорға баҙнат иттең?» — тине. йәрәхәтенән хәлһеҙләнә барған комендант, һуң­ ғы көстәрен йыйып, ныҡ тауыш менән: «һин миңә батша түгел, һин алдаҡсы һәм самозванец, бына кем һин!»— тип яуап бирҙе. Пугачевтың сырайы ҡараң­ ғыланып китте һәм, ҡаштарын йыйырып, аҡ яулығын һелкте. Бер нисә казак, ҡарт капитанды тотоп алып, дар ағасына ҡарай һөйрәп алып китте. Кисә генә беҙ һорау алған, ҡолағы, танауы һәм теле киҫелгән башҡорт дарҙың арҡыры ағасына менеп ултырҙы. Ул ҡулыңа бау тотҡайны, һәм бер минут үтеүгә меҫкен Иван Кузмичте һауала аҫылынған килеш күрҙем. Унан һуң Пугачев алдына Иван Игнатьичте килтерҙе­ ләр. «Батшағыҙ Петр Федоровичкә ант ит!» — тине уға Пугачев.— «һин беҙгә батша түгел,— тине Иван Иг­ натьич, үҙ капитанының һүҙҙәрен ҡабатлап, һин, ағай кеше, ҡараҡ һәм самозванец». Пугачев тағы ла яу­ 5 Капитан кыҙы 6Б
Закрыть