«Бына мин һеҙҙе! — тип ҡысҡырҙы Иван Кузмич.— Егеттәр! Атығыҙ!» Беҙҙең һалдаттар залп бирҙеләр. Хaт тотҡан казак, сайҡалып китте лә, ат өҫтөнән ауып төштө; башҡалары кире боролоп саптылар. Мин Марья Ивановнаға ҡарап алдым. Юлайҙың ҡанлы башын күреп, ҡото осҡанлыҡтан, залптан ҡолағы тон- ғанлыҡтан, Марья Ивановна һушын юйған һымаҡ күренә ине. Комендант капралды саҡырып алды һәм уға үлтерелгән казак ҡулынан яҙыулы ҡағыҙҙы ба рып алырға ҡушты. Капрал яланға сыҡты һәм үлте релгән казактың атын етәкләп алып килде. Хатты ул комендантҡа тапшырҙы. Иван Кузьмич хатты ауыҙ эсенән генә уҡып сыҡты һәм һуңынан ваҡ киҫәктәргә йыртҡылап ташланы. Ул арала фетнәселәр хәрәкәт итергә әҙерләнделәр булһа кәрәк. Тиҙҙән беҙҙең ҡо лаҡтар тирәһендә пуляләр һыҙғыра башланы, һәм бер нисә уҡ беҙҙең тирә-юнебеҙгә һәм ҡаҙыҡ ҡоймаға килеп ҡаҙалды. «Василиса Егоровна!— тине комен дант.— Бында бисәләр эше түгел; Машаны алып кит;, күрәһең бит, ҡыҙ үле лә, тере лә түгел».
Пуляләр һыҙғырыуы аҫтында баҫалҡыланған Ва силиса Егоровна далаға ҡарап алды; унда ҙур хәрәкәт башланғайны; унан һуң иренә ҡарай боролдо ла, уға: «Иван Кузмич, йәшәү ҙә, үлем дә алла иркендә: Ма- шаға хәйер-фатихаңды бир. Маша, атайың янына кил»,— тине.
Ағарған һәм ҡалтыранып торған Маша Иван Куз мич эргәһенә килде, теҙләнде һәм башын ергә эйҙе. Ҡарт комендант уны өс тапҡыр суҡындырҙы; унан һуң күтәреп торғоҙҙо һәм, үбеп, үҙгәргән тауыш менән, уға: «йә, Маша, бәхетле бул. Аллаға ғибәҙәт ҡыл: ул һине ташламаҫ. Әгәр яҡшы кеше табылһа, алла һеҙгә мөхәббәт һәм татыулыҡ бирһен. Беҙ Василиса Его ровна менән йәшәгән кеүек йәшәгеҙ, йә, хуш бул, Ма ша. Василиса Егоровна, Машаны тиҙерәк алып кит»,— тине. Маша уның муйынына ташланды һәм үкһеп илап ебәрҙе.— «Беҙ ҙә үбешәйек,— тине илап, ко мендант ҡатыны.— Хуш, минең Иван Кузмичкәйем. Нәмә менән булһа ла хәтереңде ҡалдырған булһам, ғәфү ит, кисер мине!» — «Хуш, хуш, әсәһе! — тине ко мендант, ҡарсығын ҡосаҡлап.— Йә, етер! Барығыҙ, 63