сә, уларҙың өҫтөнән үтеп китте, һыбайлылар төрлөһө төрлө яҡҡа һибелделәр һәм, сабышып, шунда уҡ күҙ ҙән юғалдылар; дала бушап ҡалды.
Шул саҡ валға Василиса Егоровна һәм уның ме нән бергә, унан айырылып ҡалырға теләмәгән, Маша килде, «йә, нисек? — тине комендант ҡатыны.— Ба- талья 1 нисек бара? Дошман ҡайҙа һуң?»— «Дошман алыҫ түгел,— тине Иван Кузмич.— Алла бойорһа, ба рыһы ла яҡшы булыр. Йә, Маша, һиңә ҡурҡыныс мы?»— «Юҡ, атайым,— тине Марья Ивановна,— өй ҙә бер үҙемә ҡурҡынысыраҡ». Шунда ул миңә ҡараш ташлап алды һәм көсәнеп кенә йылмайҙы. Мин үҙем дә һиҙмәҫтән шпагамдың һабын ҡыҫыбыраҡ тоттом* һуң кисә генә бит әле, һөйөклөмдө яҡлар өсөн тигән дәй, шпагамды уның үҙ ҡулынан алғайным мин. й ө рәгем яна башланы. Үҙемде уның рыцаре итеп тойҙом.. Марья Ивановнаның миңә булған ышанысын үтәргә үҙемдең яраҡлы кеше икәнлегемде күрһәтергә ашҡын дым һәм иң хәл иткес минутты түҙемһеҙлек менән кө тә башланым.
Шул ваҡытта крепостән ярты саҡрым самаһы алыҫ лыҡтағы ҡалҡыулыҡ аръяғынан һыбайлыларҙың яңы төркөмдәре күренде, һәм тиҙҙән һөңгөләр һәм уҡ- һаҙаҡтар менән ҡоралланған күп һанлы кешеләр да лаға һибелде. Улар араһында аҡ атҡа атланған, өҫтө нә ҡыҙыл бишмәт кейгән, ҡулына яланғас ҡылыс тотҡан бер кеше килә: был Пугачев үҙе ине. Бына ул туҡтаны; уны әйләндереп алдылар һәм, уның ҡушыуы буйынса булырға кәрәк, дүрт кеше бүленеп сыҡты. Улар аттарын йән-фарман саптырып крепость эргәһе нә үк килеп еттеләр. Беҙ быларҙың беҙгә хыянат иткән кешеләр икәнен таныныҡ. Килеүселәрҙең береһе бүрке аҫтында бер табаҡ ҡағыҙҙы өҫкә күтәреп тотҡан; икенсеһе һөңгөһөнә Юлайҙың башын ҡаҙап күтәргән; башты ул ҡаҙыҡ ҡойма аша беҙгә ырғытты. Меҫкен ҡалмыҡтың башы комендант баҫып торған ергә килеп төштө. Хыянатсылар: «Атмағыҙ, батша янына сығы ғыҙ! Батша бында!»— тип ҡысҡырҙылар.
1 Б а т а л ь я (французса) — һуғыш.
62