ҙың, үҙҙәре менән Юлайҙы ла көсләп алып, төнөн кре постән сығып китеүҙәре, крепость тирәһендә билдәһеҙ һыбай кешеләр йөрөүе тураһында хәбәр алып килгәй не. Марья Ивановна крепостән сығып китергә өлгөр мәйәсәк, тигән фекер мине ҡурҡыуға һалды; ашыға- ашыға капралға бер нисә эш ҡуштым да, шунда уҡ комендант өйөнә ҡарай югерҙем.
Көн яҡтырып килә ине инде. Урам буйлап бик шәп кенә югереп бара инем, миңә өндәшкән тауыш ишеттем. Туҡтаным, «һеҙ ҡайҙа ашығаһығыҙ? — тине Иван Игнатьич, мине ҡыуып етеп.— Иван Кузмич вал эргәһендә, ул мине һеҙҙе саҡырырға ебәрҙе. Пугач килде».— «Марья Ивановна киттеме һуң?» — тип һо раным, ҡурҡып, ҡалтыранып.— «Өлгөрә алманы,— тине Иван Игнатьич: — Ырымбур юлы киҫелгән; кре пость ҡамалған. Эш насар, Петр Андреич!» Беҙ валға, тәбиғәт тарафынан барлыҡҡа килте релгән һәм ҡаҙыҡлы ҡойма менән нығытылған ҡал ҡыулыҡҡа киттек. Унда крепостә йәшәүселәрҙең бө тәһе лә йыйылғайны инде. Гарнизон һуғышҡа әҙер тора. Тупты кисә үк бында һөйрәп килтергәйнеләр. Комендант үҙенең сафҡа теҙелгән аҙ һанлы ғәскәре алдында ары-бире йөрөй. Ҡурҡыныстың яҡын булыуы ҡарт һуғышсыны ғәҙәттән тыш йәнләндергән, рухлан дырған. Крепостән яҡын ғына урында, дала буйлап егермеләп һыбайлы ары-бире йөрөштөрә. Улар казак тар ине, ләкин араларында башҡорттар ҙа бар, улар ҙы һеләүһен тиреһенән тегелгән бүрктәренән һәм уҡ-һаҙаҡтарынан танып була ине. Комендант һалдат тарға: «Йә, балаҡайҙар, бөгөн әсәбеҙ государыня өсөн ныҡ торайыҡ һәм үҙебеҙҙең ант иткән батыр кешеләр икәнлегебеҙҙе бөтә донъяға күрһәтәйек!»— тип һөй- ләй-һөйләй үҙенең ғәскәрен әйләнеп сыҡты, һалдаттар үҙҙәренең тырышлыҡ күрһәтәсәктәре хаҡында ҡысҡы рып яуап ҡайтарҙылар. Швабрин минең эргәлә баҫып тора һәм дошман яғына текләп ҡарай. Дала буйлап йөрөүсе һыбайлылар, крепостәге хәрәкәтте күреп, һәм мәһе бергә йыйналдылар ҙа үҙ-ара һөйләшә-кәңәшлә- шә башланылар. Комендант Иван Игнатьичкә тупты уларҙың төркөмөнә тоҫҡарға ҡушты, ә үҙе фитиль ҡуйҙы, йәҙрә, һыҙғырып, һис бер зарар килтермәйен 61