Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 60.

Миңә ни генә булмаһын, ышан, минең иң һуңғы уйым һәм иң һуңғы доғам һинең хаҡта булыр!» Маша, күк­ рәгемә башын һалып, үкһеп иланы. Мин уны ҡайнар үбеп, бүлмәнән ашыға-ашыға сығып киттем.

VJ глава ҺӨЖҮМ һай, башҡайым минең, башҡайым, Күп михнәттәр күргән башҡайым, Утыҙ ҙа ғына өс йыл бер тоташтан Хеҙмәт иткән ғәзиз башҡайым.

Ул хеҙмәттән, ғәзиз башҡайға Килмәне шатлыҡ та, рәхәт тә, Алалманы өлкән дәрәжәләр, Ирешә алманы байлыҡ, шөһрәткә; Хеҙмәт итеп алды башҡынайым Ике лә генә бейек бағана, Арҡырыға һалған саған ағас, Йәнә ебәк бауҙан боғалаҡ.

X а л ҡ й ы р ы .

Был төндә мин йоҡламаным һәм өҫ кейемдәремде лә һалманым. Мин таңдан уҡ, Марья Ивановна юлға сыҡҡанда үтеп китергә тейеш булған крепость ҡапҡа­ һы янына барып, уның менән шунда һуңғы тапҡыр хушлашырға иҫәп тота инем. Үҙемдә мин бик ҙур үҙ­ гәреш һиҙҙем; минең күңелемдең ярһыуы, әле күптән түгел генә мине солғап алған һағышҡа ҡарағанда, минең өсөн күп еңелерәк ине. Күңелемдә айырылышыу хәсрәте менән бергә, әле асыҡ ҡына булып күҙ алды­ ма килеп баҫмаған, ләкин ләззәтле күренгән өмөттәр ҙә, түҙемһеҙләнеп алдағы ҡурҡыныстарҙы көтөп то­ роуҙар ҙа, үҙ ваҡыты менән килер шөһрәтте һөйөү тойғоһо ла ҡушылғайны. Төн һиҙелмәй үтте. Өйҙән сығырға әҙерләнеп тора инем, бүлмәмдең ишеге асы­ лып китте лә, капрал килеп инде. Ул беҙҙең казактар­ 60
Закрыть