Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 6.

ине. Мин унан осорғос яһарға булдым һәм, Бопренең йоҡоһонан файҙаланып, эшкә лә тотонғайным. Мин өмөт моронона мунсала ҡойроҡ тағып ултырған саҡ­ та ғына атайым килеп инде. Минең география менән шөғөлләнеүемде күреп, атайым ҡолағымдан тартты, унан һуң Бопре эргәһенә югерә атлап барҙы ла, бик һаҡһыҙлыҡ менән уны уятты һәм шелтәле һүҙҙ,әр яу­ ҙыра башланы. Ҡаушап ҡалған Бопре тороп аяғына баҫмаҡсы булғайны ла, булдыра алманы: бәхетһеҙ француз бөтөнләй иҫерек ине. Ете бәләгә бер яуап. Атайым уны яғаһынан һөйрәп карауаттан күтәрҙе лә, ишектән төрткөләп сығарҙы, һәм шул көндө үк йорттан да ҡыуып ебәрҙе. Савельич быға бик ныҡ шатланды. Шуның менән минең тәрбиәләнеүем дә тамамланды.

Мин, күгәрсендәр ҡыуып һәм йорттағы малайҙар менән бергә шап-шаҡыр уйнап, недоросль 1 булып йә­ шәнем. Ул арала миңә ун алты йәш тулып өлгөрҙө. Тап шул саҡта минең яҙмышым да үҙгәрҙе.

Бер ваҡыт көҙ көнө әсәйем ҡунаҡ бүлмәһендә баллы варенье ҡайната, ә мин, ирендәремде ялашты- рып, ҡайнаған күбеккә ҡарап тора инем. Атайым тәҙ­ рә янында йыл һайын үҙе алдыра торған Придворный календәрҙе2 уҡып ултыра ине. Был китап һәр ваҡыт уға бик ныҡ тәьҫир итә: ул уны бер ваҡытта ла айы­ рым бер тәьҫирләнеүһеҙ уҡый алмай, һәм был уҡыу 1 Н е д о р о с л ь — үҫмер, йәше етмәгән, балиғ булмаған кеше. XVIII быуатта ғәскәри йәки граждандар хеҙмәтендә тор­ м аған— 19 йәше тулмаған баяр йәки дворян балаларын шулай атағандар. Елизавета Петровна заманында недорослдәр башҡа- лаға ике тапҡыр: беренсе тапҡырында ете йәш тулғас, икенсе тапҡырында — ун ике йәшлек сағында смотрға барырға мәжбүр булғандар. Был саҡта уларҙы мәктәптәргә бүлеп биргәндәр. Дворяндәрҙең күбеһе, үҙ балаларынан айырылырға теләмәйенсә, уларҙы өйҙә уҡытырға, шуның менән уларҙың хеҙмәткә барыу срогын кисектерергә тырышҡандар.

Фонвизин тарафынан «Недоросль» тигән комедия яҙылғандан һуң был һүҙ тупаҫлыҡ, наҙанлыҡ атамаһы булып киткән.

2 П р и д в о р н ы й к а л е н д а р ь — 1745 йылдан башлап 1917 йылға тиклем сығып килгән официаль календарь. Унда ғә­ ҙәттә була торған мәғлүмәттәрҙән тыш, дворяндәрҙе һәм һарай тирәһендәге танылған кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра торған ғәскәри һәм граждан чиндәренең исемлеге, һарайҙағы кеше ҡабул итеү ғәҙәттәре һәм бүтән материалдар баҫылған.

6
Закрыть