Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 59.

һүҙҙәренең былай тәьҫир иткәнлеген күреп, һүҙен да­ уам итте: — Юҡ, Василиса Егоровна,— тине ул.— Машаға бында ҡалырға ярамай. Уны Ырымбурға, үҙен суҡын­ дырған әсәһенә ебәрәйек: унда ғәскәр ҙә, туптар ҙа етерлек, стенаһы ла таш. һиңә лә уның менән бергә шунда китергә кәңәш бирер инем; фортецияны баҫып ала ҡалһалар, һиңә бергҙә был ҡарсыҡ кеше бит әле, тип ҡарап тормаҫтар.

— Яҡшы,— тине комендант ҡатыны, һинеңсә бул­ һын, Машаны ебәрәйек. Ә минең китеүемде төшөңдә лә һорама: китмәйем, ҡартлыҡ көнөмдә, һинән айыры­ лып, сит яҡтарҙа яңғыҙ ҡәбер эҙләп йөрөр хәлем юҡ. Бергә йәшәгәс, бергә үлгән яҡшы.

— Улай ҙа ярай,— тине комендант.— йә, оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Бар, Машаны юлға әҙерлә. Иртәгә таңдан уҡ оҙатырбыҙ*, беҙҙә артыҡ кешеләр булмаһа ла, уға конвой ҙа бирербеҙ. Ә Маша ҡайҙа һуң әле?

— Акулина Памфиловналарҙа,— тине комендант ҡатыны,— Нижнеозерҙың алынғанлығын ишеткәс тә, уның һушы китте; ауыра-нитә башламағайы, тип ҡур­ ҡам. И раббым, ниҙәр генә күрмәй беҙҙең баштар!

Василиса Егоровна ҡыҙын юлға оҙатыу хәстәрен күрергә тип сығып китте. Комендант һөйләшеүҙе да­ уам иттерҙе; ләкин мин инде уға ҡатнашманым һәм бер ни ҙә тыңламаным. Киске ашҡа ултырғанда Марья Ивановнаның төҫө киткән һәм илауҙан күҙҙәре ше­ шенгәйне. һөйләшмәй генә ашап-эстек, өҫтәл янынан да ғәҙәттәгенән иртәрәк ҡуҙғалдыҡ; коменданттың бөтә семьяһы менән хушлашып, өйҙәребеҙгә тарал­ дыҡ. Ләкин мин шпагамды юрамал онотоп ҡалдыр­ ҙым һәм уны алырға тип кире боролоп килдем; Марья Ивановнаның үҙен генә осратасағымды алдан уҡ һи­ ҙенгәйнем. Ысынлап та ул мине ишек төбөндә ҡаршы­ ланы һәм миңә шпагамды бирҙе. «Хуш бул, Петр Ан­ дреич! — тине ул миңә күҙ йәштәре менән: — мине Ырымбурға ебәрәләр. Иҫән-һау һәм бәхетле булығыҙ; алла ҡушһа, ихтимал, күрешербеҙ ҙә әле; әгәр ҙә ин­ де күрешә алмаһаҡ...» Шунда ул үкһеп илап ебәрҙе. Мин уны ҡосаҡлап алдым. «Хуш бул, минең фәреш­ тәм,— тинем мин,— хуш бул, һөйөклөм, бәғеркәйем!

59
Закрыть