Көтөлмәгән хәбәр мине тамам аптырашта ҡалдыр ҙы. Нижнеозер крепосенең коменданты, сабыр һәм ба ҫалҡы бер йәш кенә кеше, миңә таныш ине; бынан ике ай самаһы элек ул үҙенең йәш кенә ҡатыны менән Ырымбурҙан ҡайтып барышлай Иван Кузмичкә туҡ тап киткәйне. Нижнеозер беҙҙең крепостән егерме биш саҡрым самаһында ғына. Шунлыҡтан беҙгә лә сәғәт һайын Пугачевтың һөжүмен көтөп торорға кәрәк ине. Марья Ивановнаның яҙмышы бөтә асыҡлығында күҙ алдыма килеп баҫты ла, йөрәгем өҙгөләнгәндәй булып китте., — Тыңлағыҙ әле, Иван Кузмич! — тинем мин ко мендантҡа.— һуңғы һулышыбыҙға тиклем крепосте һаҡлау беҙҙең бурысыбыҙ; ул турала һөйләп тораһы ла юҡ. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙарҙың именлеге тураһында уйларға кәрәк. Әгәр юл әле алынмаған булһа, уларҙы Ырымбурға йәки яуыздар барып етергә өлгөрә ал маҫлыҡ булған алыҫтағы ышаныслыраҡ крепоскә ебә регеҙ.
Иван Кузмич ҡатынына боролдо һәм уға: «Белдең ме нәмә, әсәһе, әллә, мин әйтәм, беҙ бында бунтовщик- тәр менән эште бөтөргәнсе, ысынлап та, һеҙҙе алыҫ- караҡ ебәреп торайыҡмы икән?— тине.
— Бушты һөйләйһең! — тине комендант ҡатыны.— Пуляләр барып етмәй торған крепость ҡайҙа һуң ул? Белогорск крепосе нәмәһе менән ышанысһыҙ? Аллаға шөкөр, егерме икенсе йыл ошо крепостә йәшәйбеҙ. Башҡорттарын да, ҡырғыҙҙарын да күрҙек: яҙған бул һа, Пугачевтан да ҡотолоп ҡалырбыҙ әле!
— Ярай, әсәһе,— тине Иван Кузмич,— беҙҙең кре поскә ышанаһың икән, улайһа, ҡала бир. Бына Ма- шаны ни эшләтәйек икән? Крепость эсендә бикләнеп ултырып ҡала алһаҡ йәки сикурс1 килеп еткәнсе крепосте тотоп тора алһаҡ, бик һәйбәт булыр, әгәр ҙә крепосте алһалар?
— Ул саҡта инде...— Василиса Егоровнаның теле тотлоҡто һәм ул сиктән тыш борсолған ҡиәфәт менән тымып ҡалды.
Комендант, ихтимал, ғүмерендә беренсе тапҡырҙыр 1 С и к у р с (французса) — хәрби ярҙам.
58