Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 57.

сапанын һалдырығыҙ ҙа, арҡаһын ҡайыҙлағыҙ. Ҡара уны, Юлай, яҡшы һуҡтыр!

Ике инвалид башҡортто сисендерә башланы. Меҫ­ кендең борсолоуы йөҙөнә сыҡты. Ул, балалар ҡулына эләккән бәләкәй йәнлек һымаҡ, ян-яғына ҡаранды. Инвалидтәрҙең береһе уның ҡулдарын тотоп, үҙенең, елкәһенә һалды һәм ҡартты үҙенең яурынына күтәр­ ҙе, ә Юлай ҡулына ҡамсы алып киҙәнде. Шул саҡта ғына башҡорт хәлһеҙ, ялуарыулы тауыш менән ыңғы­ рашты һәм, башын сайҡап, ауыҙын асты. Уның ауы­ ҙында тел урынына ҡырҡылғандан ҡалған ҡыҫҡа ғы­ на тел төбө һелкенә ине.

Минең үҙ ғүмеремдә шундай ваҡиғаның булғанын уйлап, инде император Александрҙың йыуаш батша­ лыҡ иткән ваҡытына тиклем йәшәүемде хәтерләһәм, мин мәғариф эшенең йылдам уңыштарына һәм кеше­ не һөйөү ҡағиҙәләренең киң таралыуына ғәжәплән­ мәй ҡала алмайым, йәш кеше! Әгәр минең яҙмала­ рым һинең ҡулыңа барып эләкһә, һин көсләүҙәр ҡул­ ланыу юлы менән эшләнмәгән, бәлки әхлаҡтың яҡ- шырыуынан килеп сыҡҡан үҙгәрештәр генә иң яҡшы һәм иң ныҡ үҙгәрештәр булыуын иҫеңә төшөр.

һәммәбеҙ ҙә бик аптырап ҡалдыҡ.

— һуң, былай булғас, унан мәғәнәле бер нәмә лә белә алмайбыҙ инде,— тине комендант.— Юлай, һин башҡортто амбарға илтеп яп. Ә беҙ, әфәнде­ ләр, ҡайһы бер нәмәләр хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле.

Беҙ үҙебеҙҙең хәлебеҙ тураһында фекер алышырға ғына тотонғайныҡ, ҡапыл тыны бөтөп һәм сиктән тыш борсоулы ҡиәфәт менән Василиса Егоровна бүлмәгә килеп инде.

— һиңә ни булды? — тип һораны аптырап ҡалған комендант.

— Атаҡайҙарым, эш харап! — тине Василиса Его­ ровна.— Бөгөн иртә менән Нижнеозер крепосе алын­ ған. Отец Герасимдең хеҙмәтсеһе әле яңы ғына шунан боролоп ҡайтты. Крепосте нисек алғандарын ул үҙе күргән. Комендантты һәм бөтә офицерҙәрҙе аҫҡандар. Бөтә һалдаттарҙы ла плен алғандар. Күр ҙә тор, яуыздар бында ла килеп етерҙәр.

57
Закрыть