Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 56.

Беҙҙең заманда иһә тән язаһының кәрәклегенә бер кем дә — судьялар ҙа, хөкөм ителеүселәр ҙә шиклән­ мәй торғайнылар. Шунлыҡтан коменданттың бойороғо беҙҙең арабыҙҙа бер кемде лә ғәжәпләндермәне һәм борсоманы. Иван Игнатьич башҡортто алып килергә китте, ә амбар асҡысы комендант ҡатынында һаҡлана ине. Бер нисә минуттан һуң тотҡондо алғы бүлмәгә иш дерҙеләр. Комендант уны үҙ янына килтерергә ҡушты.

Башҡорт тупһаны ҡыйынлыҡ менән генә атлап үт­ те (уның аяғына ағас бығау һалынғайны) һәм, үҙенең оҙон бүркен һалып, ишек төбөндә туҡтаны. Уға күтә­ релеп ҡарағайным, ҡалтырап киттем. Ул кешене мин бер ваҡытта ла онотмам. Йәше етмештән уҙған кеше кеүек күренде ул миңә. Уның танауы ла, ҡолаҡтары ла юҡ ине. Сәсен ҡырып алдырған; һаҡалы урынында бер нисә сал бөртөк кенә һерәйеп тора; ул тәбәнәк буйлы, ябыҡ һәм бөкөрәйгән; ләкин ҡыҫыҡ күҙҙәре уның әле ут кеүек ялтырап, янып тора. «Әһә! — тине комендант, уның ҡот осҡос билдәләренән 1741 йылда язаланған 1 фетнәселәрҙең береһе булғанлығын та­ нып.— һин, ҡарт бүре, беҙҙең ҡапҡанда булғылаған­ һың ахыры. Башың шулай шыма итеп йышылған бул­ ғас, һинең болала ҡатнашыуың, моғайын, беренсе тап­ ҡыр түгелдер. Яҡыныраҡ кил әле; әйт, һине бында кем ебәрҙе?» Ҡарт башҡорт өндәшмәне һәм бөтөнләй мәғәнәһеҙ ҡиәфәт менән комендантҡа ҡарап тора бирҙе, «һин ниңә өндәшмәйһең? — тип дауам итте Иван Кузмич.— Әллә русса бер нәмә лә аңламайһыңмы? Юлай, унан үҙегеҙсә һора әле, уны беҙҙең крепоскә кем ебәргән икән?» Юлай Иван Кузмич һорауын татарса ҡабатланы. Ләкин башҡорт уға ла шул уҡ ҡиәфәт менән ҡараны һәм бер һүҙ ҙә әйтмәне.

— Якши,— тине комендант,— минең ҡулда нисеге­ рәк һөйләрһең әле! Егеттәр, шуның һыҙатлы алйот 1 «1741 й ы л д а я з а л а н ғ а н » . — Батша хөкүмәтенең башҡорт халҡын ҡот осҡос рәүештә эксплуатациялауы сәбәпле 1737—1740 йылдарҙа Башҡортостанда ҙур баш күтәреүҙәр булып үткән. Был баш күтәреү хөкүмәт тарафынан аяуһыҙ ҡаты сара­ лар менән баҫтырылған.

5 >
Закрыть