ҙе ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә өндәп, киреһенсә булған да, язалап үлтереү менән ҡурҡытҡайны. Пугачевтың был өндәүе тупаҫ, ләкин көслө тел менән яҙылған һәм ябай кешеләрҙең аҡылына бик ҡурҡыныс тәьҫир итер гә тейеш ине.
— Ниндәй мошенник! — тине комендант ҡатыны.— Беҙгә нәмә тәҡдим итергә баҙнат итә әле! Уны ҡаршы сығып алырға, байраҡтарыбыҙҙы уның аяҡ аҫтына һалырға, имеш! Ах, эт балаһы! Беҙҙең инде ҡырҡ йыл хеҙмәт итеүебеҙҙе һәм, аллаға шөкөр, бөтәһен дә кү реп үткәргәнебеҙҙе белмәйме ни ул? Юлбаҫарҙың һү ҙен тыңлаған командирҙәр ҙә табылдымы икән ни?
— Булмаҫҡа тейеш ине лә,— тине Иван Кузмич.— Ә ул яуыз инде күп крепостәрҙе алған, тип һөйләйҙәр.
— Ысынлап та ул көслө булһа кәрәк,— тине Шваб рин.
— Бына хәҙер уның ысын көсөн белербеҙ,— тине комендант,— Василиса Егоровна, миңә амбар асҡы сын бир әле. Иван Игнатьич, башҡортто алып кил дә, унан һуң Юлайға бында ҡамсылар алып килергә ҡуш.
— Туҡта әле, Иван Кузмич,— тине комендант ҡа тыны, урынынан тороп.— Ҡана, Машаны ҡайҙа булһа ла өйҙән алып китәйем, юғиһә тауыш ишетер ҙә, ҡо то алыныр. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә кешене язалап һорау алыуҙы ҡарап торорға яратмайым. Эше- геҙ уң булһын.
Иҫке заманда кешегә тән язаһы биреү суд эшен ат ҡарыу йолаларында шулай ныҡ урынлашҡайны, хатта тән язаһын юҡҡа сығарған һәм, яҡшы теләк менән сығарылған указ да оҙаҡ йылдар ҡулланылмай тор ҙо. Енәйәтсенең үҙ ғәйебен үҙе таныуы уның ғәйепле икәнен тулыһынса фаш итеү өсөн кәрәк, тип уйлай ҙар ине ул саҡта. Был фекер нигеҙһеҙ генә түгел, хатта сәләмәт юридик фекергә бөтөнләй ҡаршы ине, сөнки хөкөм ителеүсенең ғәйебен үҙе танымауы уның ғәйепһеҙлегенең дәлиле итеп ҡабул ителмәй икән, ул сағында уның үҙ ғәйебен таныуы ла уның ғәйепле бу- лыуында унан да кәмерәк дәлил булырға тейеш ине. Хатта, хәҙерге ваҡытта ла миңә ҡарт судьяларҙың был вәхши йоланың юҡҡа сығарылыуы тураһында үкенеп һөйләгән һүҙҙәрен ишетергә тура килгеләй.
55