Пушкин А.С. Капитан ҡыҙы. Тәрж. Ғәли Сиразетдинов. - Өфө, 1960. Страница 54.

яңылыҡты казактар күренеп торған ризаһыҙлыҡ ме­ нән ҡаршыланылар. Улар йәшермәйенсә һуҡрана баш­ ланылар. Комендант бойороғон үтәүсе Иван Игнатьич уларҙың: «Бына күрмәгәнеңде күрерһең әле, гарнизон ҡомағы!» — тип һөйләгәндәрен үҙ ҡолаҡтары менән ишеткән. Комендант шул көндө үк үҙенең арестанты­ нан һорау алырға уйланы; ләкин урядник, үҙ фекер­ ҙәштәренең ярҙ,амы менән булһа кәрәк, ҡарауыл аҫ­ тынан ҡасып киткәйне.

Яңы бер хәл коменданттың тынысһыҙлығын тағы ла көсәйтте. Халҡты ҡотортоусы ҡағыҙҙар 1 менән бер башҡорт ҡотолдо. Шул уңай менән комендант тағы ла үҙенең офицерҙәрен йыйырға уйлаған һәм бының өсөн, уңайлы бер һылтау табып, Василиса Егоровнаны йәнә ситкә ебәрергә теләгән. Ләкин, Иван Кузмич бик туры күңелле һәм дөрөҫөн генә һөйләүсе кеше булғанлыҡ­ тан, үҙе бер тапҡыр ҡулланған ысулдан башҡа бер ни ҙә уйлап таба алмаған.

«Беләһеңме нәмә, Василиса Егоровна,— тигән ул юткерә-юткерә,— отец Герасим ҡаланан ниндәйҙер ҡыҙыҡ...» — «Юҡты һөйләмәҫе, Иван Кузмич,— тип уның һүҙен бүлдергән комендант ҡатыны,— һин кә­ ңәшмә йыйырға һәм минән башҡа ғына Емельян Пу­ гачев тураһында һөйләшергә теләй торғанһыңдыр; бик алдарға теләр инең дә, мине алдай алмаҫһың». Иван Кузмичтең күҙе аҡайған. «Ярай улай булһа, әсәһе,— тигән ул,— әгәр һин бөтәһен дә беләһең икән, улай булғас, ҡалһаң да ярай, беҙ һинең алда ла һөйләшер­ беҙ».— «Шул, шул, атаһы,— тигән комендант ҡаты­ ны,— һин хәйләләй беләһеңме ни; офицерҙәреңде са­ ҡырт».

Беҙ тағы йыйылдыҡ. Иван Кузмич ҡатыны алдын­ да, беҙгә Пугачевтың ниндәйҙер бер ярым-йорто ғына грамоталы казак тарафынан яҙылған өндәмәһен уҡы­ ны, унда юлбаҫар үҙенең оҙаҡламай беҙҙең крепоскә килергә уйлауы тураһында белдергән; казактарҙы һәм һалдаттарҙы үҙ шайкаһына саҡырған, ә командирҙәр- 1 Х а л ҡ т ы ҡ о т о р т о у с ы ҡ а ғ ы ҙ ҙ а р — Пугачевтың халҡты баш күтәрергә саҡырып яҙған прокламациялары һәм өн­ дәмәләре. Пушкин уларҙы «Халҡ теле гүзәллегенең таң ҡалыр­ лыҡ өлгөләре» тип атаған.

54
Закрыть