— һи, әсә кеше! — тигән Иван Игнатьич.— Алла мәрхәмәтле: беҙҙә һалдаттар етерлек, дары күп, тупты мин таҙартып ҡуйҙым. Нисек тә Пугачевҡа отпор би рербеҙ әле. Алла ташламаһа, бүре ашамаҫ!
— Пугачев ниндәй кеше һуң ул? — тип һораған ко мендант ҡатыны.
Шул саҡта Иван Игнатьич, артыҡ һүҙ ысҡындыр- ғанын һиҙеп ҡалып, телен тешләй. Ләкин һуң була ин де. Василиса Егоровна, был турала бер кемгә лә һөй ләмәҫкә һүҙ биреп, уны бөтәһен дә һөйләп бирергә мәжбүр итә.
Василиса Егоровна үҙенең вәғәҙәһен тота һәм, поп ҡатынынан башҡа, бер кемгә бер һүҙ ҙә әйтмәй, уны ла тик поптың һыйыры әле лә далала йөрөгәнлектән һәм яуыздарҙың уны тотоп алыу ихтималы булғанлыҡ тан ғына әйтә.
Тиҙҙән Пугачев тураһында бөтә кеше һөйләй баш ланы. Хәбәрҙәр төрлөһө төрлөсә ине. Комендант, бөтә нәмә тураһында яҡшылап белеп ҡайтырға ҡушып, урядникте күрше ауылдарға һәм крепостәргә ебәрҙе. Ике көндән һуң урядник әйләнеп ҡайтты һәм кре* постән ары 60 саҡрым ерҙә, далала, бик күп уттар күренгәнлеген һәм бығаса һис булмаған көс килеүе тураһында башҡорттарҙан ишеткәнен һөйләне. Хәйер, ул юнле бер нәмә лә әйтә алманы, сөнки ул, арыраҡ китергә ҡурҡып, кире ҡайтҡайны.
Крепостә казактар араһында ғәҙәттә булмай торған бер тулҡынланыу һиҙелә башланы; улар бөтә урам дарҙа төркөм-төркөм булып йыйылалар, үҙ-ара шы пырт ҡына һөйләшәләр, һәм драгун йәки гарнизон һалдатын күрһәләр, таралышып китәләр ине. Улар араһына шымсылар ебәрелде. Юлай исемле суҡынған ҡалмыҡ комендантҡа бик мөһим хәбәрҙәр алып ҡайт ты. Юлайҙың һүҙенә ҡарағанда, урядниктең күрһә- теүҙәре ялған булған икән; хәйләкәр казак, йөрөп ҡайтҡас та, үҙенең иптәштәренә фетнәселәрҙә булған лығын, уларҙың башлығына күренгәнлеген, уларҙың башлығы, ҡулын үптереү өсөн, уны үҙенә яҡын ебәр- гәнлеген һәм уның менән оҙаҡ һөйләшкәнлеген һөй ләгән. Комендант кисекмәҫтән урядникте ҡарауыл аҫ тына алдырҙы, ә Юлайҙы уның урынына ҡуйҙы. Был 53